Яйыҡ
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 16:35

Һуғыш тураһында үҙенсәлекле коллекция

Волга буйында «Еңеү открыткалары» күләмле халыҡ проекты тормошҡа ашырыла.

Волга буйында «Еңеү открыткалары» күләмле халыҡ проекты тормошҡа ашырыла. Ул Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы буйынса Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата ойошторолған.
Победа.рф сайтында округтың барлыҡ 14 төбәгендә йәшәүселәрҙең үҙенсәлекле коллекцияһын күрергә мөмкин.
Открыткалар йыйылмаһы даими тулыландырыла. Проектта теләгән һәр кем ҡатнашырға хоҡуҡлы, бының өсөн сайтта «Открытканы өҫтәргә» бүлегендәге форманы тултырырға һәм эштең фотоһын йәки сканын беркетергә кәрәк.
Һүрәттәр һәм коллаждар, аппликациялар һәм компьютер графикаһы – эштәрҙе башҡарыу стиле төрлө, әммә бөтә открыткаларҙы халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында хәтер берләштерә.
http://www.bashinform.ru/news/1442633-v-pfo-sozdaetsya-unikalnaya-kollektsiya-tvorcheskikh-rabot-o-velikoy-otechestvennoy-voyne/
Читайте нас в