Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 17:15

Яҡташыбыҙ вахтаға коронавирус менән ауырып барған

Башҡортостандан барған вахтасы арҡаһында Алтайҙағы Змеиногорск янындағы Карболихинск руднигында 80-ләп хеҙмәткәрҙең карантинға ябылыуы хаҡында хәбәр итә.

Күп кенә яҡташтарыбыҙ вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләргә мәжбүр. Коронавирус арҡаһында уларҙың ҡайһы берҙәре китә алмай ята, барғандарының да ҡайта алмай тотҡарланыуы ихтимал. Шулай уҡ күңелһеҙ хәлгә тарығандары ла бар.
Рәсәй киң мәғлүмәт саралары Башҡортостандан барған вахтасы арҡаһында Алтайҙағы Змеиногорск янындағы Карболихинск руднигында 80-ләп хеҙмәткәрҙең карантинға ябылыуы хаҡында хәбәр итә. “Сибирь-Полиметаллы” акционерҙар йәмғиәтенең 33 йәшлек хеҙмәткәре март айында Башҡортостандан эшкә киткән булған. 10 апрелдә уны пневмония менән Змеиногорск үҙәк район дауаханаһына һалғандар, 17 апрелдә эшселә коронавирус инфекцияһы барлығы асыҡланған.
“Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы уның менән аралашҡан 84 кешене асыҡлаған: уларҙың 72-һе бергә йәшәгән, алтауһы – медицина хеҙмәткәре, икәүе – ашнаҡсы, икәүһе – клининг компанияһы хеҙмәткәре, икәүһе – кер йыуыусы.
Шуға ла “миңә йоҡмай, мин ауырымайым” тип үҙ-үҙеңде тынысландырыуҙан арынып, һаҡланыу сараларын көсәйтергә кәрәклеге хаҡында онотмаһаҡ ине. Яуапһыҙлыҡтың аҙағы аяныслы булыуы ихтимал.
Фото: vesti22.tv
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: