Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 17:20

Һөйгәнен үлтереп һыуытҡысҡа йәшергән

36 йәшлек Октябрьский ҡалаһы кешеһе һөйгәнен үлтергән һәм уның кәүҙәһен һыуытҡысҡа йәшергән.

36 йәшлек Октябрьский ҡалаһы кешеһе һөйгәнен үлтергән һәм уның кәүҙәһен һыуытҡысҡа йәшергән. Аҙаҡ ташландыҡ йортҡа барып, үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ирҙең кәүҙәһен 20 апрелдә тапҡандар. Уның курткаһы кеҫәһендә бер ҡатындың паспорты һәм шул документ эйәһен үлтереүен таныған яҙмаһы булған.
Хоҡуҡ һаҡсылары ирҙең өйҙәше менән йәшәгән урынға бара. Һыуытҡыста ҡот осҡос күренешкә юлығалар: үлгән ҡатындың кәүҙәһе ята... Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир йәмәғәтен туҡмап үлтереп, кәүҙәһен йәшергән. Аҙаҡ инде нимә эшләгәне аңына барып еткәс, кешеһеҙ урынға барып үҙ-үҙенә ҡул һалған. Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, ҡатындың апрель башында уҡ юҡ булғаны асыҡлана.
Был хәл буйынса тәфтишселәр енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: