Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 18:25

Бала юғалған

Башҡортостанда өсөнсө тәүлек инде 9 йәшлек малайҙы эҙләйҙәр

Башҡортостанда өсөнсө тәүлек инде 9 йәшлек малайҙы эҙләйҙәрБала 22 апрелдә юғалған. Ул ата-әсәһе менән бергә Ғафури районы Түбәнге Ташбүкән ауылындағы олатаһында ҡунаҡта булған. Ата-әсә үҙҙәре эҙләп ҡараған, таба алмағас, полицияға мөрәжәғәт иткән.Тәфтиш комитеты тикшереү башлаған. Полиция, криминалистар, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекмәндәр урынды ентекләп ҡарай. Эҙләүгә күрше төбәктәрҙең ирекмәндәре лә ҡушылған. 24 апрель иртәһенә бер ниндәй ҙә эҙҙәр юҡ.Малайҙың билдәләре: төҫкә 6-7 йәштәрҙә, буйы 116 см, уртаса кәүҙәле.Ҡыҙыл башлыҡ, көрән куртка, күк итек кейгән.8-927-94-93-155, 8-987-03-91-994, 02, 020, 002 номерҙары буйынса шылтыратырға.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: