Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 18:20

Башҡортостандың өс дауаханаһында коронавирус буйынса карантин тамамланды

Башҡортостанда бөгөндән өс медицина учреждениеһына: 8-се ҡала клиник дауаханаһына (Өфө), Ишембай үҙәк район дауаханаһына, Салауат ҡалаһы дауаханаһына ҡарата сикләү саралары алынды.

Башҡортостанда бөгөндән өс медицина учреждениеһына: 8-се ҡала клиник дауаханаһына (Өфө), Ишембай үҙәк район дауаханаһына, Салауат ҡалаһы дауаханаһына ҡарата сикләү саралары алынды. Был турала 23 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән брифингта республиканың Роспотребнадзор етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Венер Изикаев хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, 23 апрелгә ете медицина ойошмаһы 14 көнлөк карантинда. Улар – Республика клиник онкология диспансеры (9 апрелдән ике бүлексәһе ябылды), Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы (терапия бүлексәһе – 9 апрелдән), 21-се ҡала клиник дауаханаһы (13 апрелдән), Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы (9 апрелдән), Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы (хирургия корпусы – 17 апрелдән), Бөрө үҙәк район дауаханаһы (хирургия һәм терапия корпустары – 7 апрелдән), Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы (2-се стационарҙың анестезиология-реанимация бүлексәһе, терапия бүлеге – 7 апрелдән).
http://www.bashinform.ru/news/1442861-v-trekh-bolnitsakh-bashkirii-zavershilsya-karantin-po-kovid-19/
Читайте нас: