Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 10:55

Быйыл республикала йәмғеһе 390 ихатаны төҙөкләндерергә ниәтләйҙәр

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтары менән “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проекты нигеҙендә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау, Таҙалыҡ көндәрен, өмәләр һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһын үткәреү мәсьәләһе буйынса видеоконференцэлемтә тәртибендә кәңәшмә булды, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.

“Башҡортостан ихаталары” республика программаһы буйынса 1 майға төҙөлөш-монтаж эштәрен башлау планлаштырыла. Быйыл республикала йәмғеһе 390 ихатаны төҙөкләндерергә ниәтләйҙәр. Республика ҡаҙнаһынан программаны тормошҡа ашырыуға 1,8 миллиард һум аҡса бүленә.
Читайте нас: