Рәсәй Президенты Владимир Путин дөйөм белем биреү системаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эш төркөмөн булдырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Тейешле документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты. Уға ярашлы, эш төркөмө дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандарттары проекттарын баһалау һәм был өлкәлә үҫеш системаһының мөһим йүнәлештәрен тикшереү өсөн булдырылды.
Төркөмдөң составы ла раҫланды. Унда Рәсәй Федерацияһының вице-премьеры Татьяна Голикова, президент ярҙамсыһы Андрей Фурсенко, мәғариф министры Сергей Кравцов, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова, Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий һәм башҡалар инде.