Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 11:50

Ғүмерен балаларҙы тәрбиәләүгә бағышланы

Һуғыш дәүере балалары тыныс тормошта ла һынатманы

1941 йылдың 22 июне. Йәмле йәй айының иң оҙон төндәренең береһе. Мәктәп тамамлап, егет-ҡыҙҙар балалыҡ менән хушлашҡан, ғаиләләр ҡороп, бәхетле тормош көткән бәхет төнө. Әммә ғәҙәти тормош-көнкүреште боҙоп, ҡәһәрле һуғыш башланды. Яңы ғына атай шатлығын күргән, донъяһын ҡорған аҫыл ирҙәрҙе, яңы тормош, бәхетле киләсәк хыялдары менән ҡайнап йөрөгән йәш егеттәрҙе, ауыр эштәргә һаман да мөмкинлеге булған олораҡ быуынды ла, ҡул араһына инә башлаған малайҙарҙы туҡтатып ҡорал бирҙе ул. Күпме кешенең яҙмышы үҙгәрҙе, хыялдар боҙолдо.
Кемдеңдер йөрәге бер бөртөк балаһын үлемгә ебәреп әрней, кемдер һөйөклө тормош иптәшен, ғаиләнең яҡлаусыһын яу яланына оҙатып, итәк тулы бала менән тол ҡала. Үкенеслеһе шул: ҡайғы-хәсрәт белмәй, ата-әсә наҙына ғына төрөнөп йәшәргә тейеш булған балалар үҙҙәрен ихтыярлыҡҡа, сабырлыҡҡа һынайҙар, ололар менән бер тигеҙ рәүештә ил ҡайғыһын кисерәләр.
Һуғыш балалары… Шулар рәтендә - атайым Хәлиуллин Даурат Динислам улы һәм инәйем Уразова Хәмдәнә Йәһүҙә ҡыҙы.
Быйыл үҙенең тормош юлын йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған уҡытыусы, халыҡ мәғарифы отличнигы Даурат Динислам улы Хәлиуллинға 80 йәш тулған булыр ине.
Нисек йәшәнегеҙ һеҙ? Ҡайҙан көс, дәрт алдығыҙ? Уңыш, алға ынтылыштарға, ҡыйынлыҡтарға баш эймәҫкә кем өйрәтте?
Һуғыш йылдарында икеһе лә − бер һәм дүрт йәштәрендә генә атай-әсәйһеҙ ҡалалар. Ҡарттайым, Хәлиуллин Динислам Уҫман улы, 1943 йылдың 23 ғинуарында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була (Ростов өлкәһендә ерләнгән), 1944 йылда өләсәйем тылда тифтан үлә. Шундай уҡ хәл әсәйемдең ғаиләһендә ҡабатлана: ҡарттайым, Уразов Йәһүҙә Абдрахман улы, 1943 йылда һуғышта хәбәрһеҙ юғала.
Атайымды Уҫман ҡарттайым тәрбиләп үҫтерә. Мулдаш ауылында 9 класты тамамлай. 1957-58 йылдарҙа Мулдаш изба-читальняһында (элекке ике ҡатлы мәктәп йортонда урынлаша) китапханасы булып эшләй. Инәйем һөйләүе буйынса, мәктәп уҡыусылары ла, кесе һәм оло йәштәге ауыл халҡы ихлас китап уҡыған. Китапхана биҙәлеше, таҙалығы һәм яҡтылығы менән үҙенә ылыҡтырып торған. Артабан бетон заводында эшсе була. 1960-64 йылдарҙа Мейәс ҡалаһының геология-разведка техникумында уҡый. Чита ҡалаһына эшкә ебәрелә, әммә ҡарттаһы оло йәштә булыу сәбәпле, тыуған төйәгендә ҡала һәм үҙ һөнәре буйынса эшләй. 1963 йылда атайым ғаилә ҡора, 1964 йылда улдары Адик тыуа. Уға тиклем әсәйем Белорет педагогия училищеһын тамамлап, Мулдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. Ағайым тыуған йылда уның урынына атайымды шул уҡ мәктәпкә уҡытыусы итеп саҡыралар. Шулай итеп, атайым уҡытыусы булып китә. 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетына ситтән тороп уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап, «Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү» уҡытыусыһы белгеслегенә эйә була. 1969 йылда Мулдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбе ябылғас, Һөйөндөк ауылына күсеп китәләр. Һөйөндөк һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә тарих, физика, хеҙмәт уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Күптәрҙе Даурат Динислам улы үҙенең эште ойоштора белеү һәләте, киң эрудициялылығы, уҡымышлылығы менән һоҡландырҙы. Уның китап кәштәһендә һәр ваҡыт тарихи, ғилми хеҙмәттәр булды, матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләргә күҙәтеү яһап, анализлап, дөрөҫ һығымталар сығарып, халыҡҡа еткерә белә ине. Ошо сифаттарға эйә булғанға күрәлер, ул оҙаҡ йылдар етәксе вазифаһын биләне. 1974-1985 йылдарҙа ауыл советы рәйесе (хәҙер ауыл хакимиәте башлығы), ә 1985-2000 йылдарҙа тулы булмаған Һөйөндөк урта мәктәбенең директоры булып эшләне.
Ф.Д. Нефедов әйтеүенсә, башҡорттар – зирәк, аҡыллы, һөйкөмлө халыҡ, улар сиктән тыш тәьҫирләнеүсән, хыялға бирелеүсән, ҡыҙыу, ләкин тиҙ һүрелеүсән, киң күңелле һәм ҡунаҡсыл халыҡ. Атайыма ла тап шундай сифаттар хас ине. Ул үҙ мәнфәғәте өсөн йәшәмәне, халыҡ, ил, туған тел кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе алға ҡуйҙы. Һөйөндөк, Һөләймән, Мулдаш, Көсөк ауылдарын төҙөкләндереү буйынса күп көс һалды. Атайым етәкселек иткән осорҙа китапхана, медицина пункты, магазиндар һалынды, халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеү маҡсаты менән ҡоҙоҡтар ҡаҙылды, юлдар ваҡытында яҡшыртылды, мәктәп ремонтланды. Һөйөндөк мәктәбенә уның инициативаһы буйынса «Беларусь» тракторы алынып, уҡытыусылар утын менән тәьмин ителә ине. Директорлыҡ осоронда уҡыусылар баҡсасылыҡ менән шөғөлләнде, үҙҙәре әҙерләгән салаттар, еләк-емеш ҡайнатмалары менән туҡландылар. Был эштә, әлбиттә, атайыма уҡытыусылар ярҙамлашты, улар – Х.Й.Уразова, Ф.З.Хисаметдинова, С.Г.Баязитова, И.Ф. Баязитова, Г.Г. Ғарипова, Р.А. Ғарипов, А.Д. Дәүләтбаева, Ш.Х. Ғайсин, Ф. Х. Ғайсин һ.б.).
«Мәктәп янынан уҡ зифа буйлы аҡ ҡайындар урманы, ә ҡаршыһында йәйрәп ятҡан Ҡарабалыҡлы күле был төбәктең хозурлығын тағы ла арттыра төшә. Шундай матур төбәктәге мәктәптең коллективы ла, замананың иҡтисади ауырлыҡтарына зарланмай, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙе бөтә тырышлыҡтары менән тормошҡа ашыра», – тип яҙа Зилә Шәрәфетдинова. («Яйыҡ» гәзите, 27 февраль, 1999 йыл, №24). Был мәҡәләлә һүҙ тулы булмаған Һөйөндөк урта мәктәбе тураһында бара. Унда асыҡ дәрестәр үткәргән уҡытыусыларҙың исемдәре, мәктәптең таҙалығы, бөхтәлеге, нур һибеп тороуы, баҡсаһында үҫтереп алынған еләк-емештәрҙең мул уңышы хаҡында ла әйтелә.
Уҡытыусылар бер-береһенә иғтибарлы ине, конфликтлы ситуациялар булманы, килеп тыуған мәсьәләләр тыныс мөхиттә хәл ителде. Мәктәптә уҡыусылар Башҡортостан Республикаһының граждандары итеп тәрбиәләнде. Йәш быуынға белем биреүҙән тыш бигерәк тә хеҙмәткә һөйөү, тәбиғәтте яратыу тәрбиәһе бирелде. Уҡыусылар спорт ярыштарында, олимпиадаларҙа призлы урындар алды. Хөкүмәт ошо ҡаҙаныштары өсөн уны «Халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе менән бүләкләне.
Уның еңеүҙәре һәм ҡаҙаныштары − инәйем Хәмдәнә Йәһүҙә ҡыҙының да ҡаҙаныштары ул. Улар үҙ ғүмерҙәрен мәғариф өлкәһенә бағышланылар.
Иңгә-иң терәшеп 45 йыл татыу ғүмер иттеләр. Балалыҡ, мәктәп йылдары Мулдаш һәм Мулдаҡай ауылдары менән бәйле.
Инәйем һәр ваҡыт уны белем һәм тәрбиәләүҙә ҡатнашҡан бер туған апаһы Фатимаға, Мөкөрөмә, Мәрхәбә әбейҙәренә һәм Барый бабайына, уларҙың улдары Шамил һәм Камилға, ҡыҙҙары Мәрйәмгә, килендәре Мәрхүзә һәм Сәмсинурға сикһеҙ рәхмәтле. Ауыр һуғыш йылдарында һәм унан һуң йылы өй, аш, яҡшы мөнәсәбәт биргән кешеләр улар! Тылда «еңеү килде» тигән шәрбәттәй татлы һүҙҙәрҙе ишетер өсөн арыуҙы онотоп бил бөгәләр. Тормоштоң бөтә михнәттәрен елкәләрендә татып, Еңеү таңын бәхет йәштәре менән ҡаршылайҙар!
Инәйем Мулдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай, ә Һөйөндөк һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә 31 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға. Ул башланғыс кластарҙы уҡытты, балаларға математика һәм геометрия серҙәрен дә өйрәтте, дәресе һәр ваҡыт мауыҡтырғыс булды. Мәҙәнилеге, зыялылығы менән һәр саҡ айырылып торҙо. Район, Республика семинарҙарында әүҙем ҡатнашты, тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты, йәш уҡытыусыларға консультация бирҙе, асыҡ дәрестәр үткәрҙе. Хеҙмәте Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланды.
2000 йылда атайым хаҡлы ялға сыҡты һәм Мулдаш ауылына (тыуған ауылы) әсәйем менән күсеп ҡайтты. Хаҡлы ялда булһалар ҙа, мәктәп уҡытыусылары менән бәйләнештәрен өҙмәнеләр. Атайым ауыл Советы депутаты булды һәм бик изге, һоҡланғыс эштәр башҡарҙы, теләк-һорауҙар менән Учалы районы муниципаль район хакимиәтенә мөрәжәғәт итте (хакимиәттең хат-яуаптары бар). Мулдаш ауылына өҫтәлмә телефон линияһы үткәреү, ҡоҙоҡ ҡаҙытыу, зыяратты төҙөкләндереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр менән янып йөрөнө. Уның был үтенестәре тормошҡа ашты. Хакимиәт башлыҡтары Р.Б.Абдуллин (хәҙер мәрхүм), Ә.Ғ.Сәлихов, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры И.Ә. Абдрахманов, энергоүҙәк башлығы М.З.Хәмзин, мәғариф бүлеге етәкселәре, Илсеғол ауыл хакимиәте башлығы Ф.С.Исаева һәм уның хеҙмәткәрҙәре (Ә.Ғәбитова һ.б.), ауыл халҡы, туғандары уға һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙҙы. Шулай уҡ улар балаларына, ейәндәренә яҡшы тәрбиә бирҙеләр, тормошта дөрөҫ юл һайларға ярҙамлаштылар.
Эйе, һуғыш балалары тураһында күп нимәләр яҙырға, өҫтәргә була, улар зар һәм ауырлыҡтар кисергән, әммә һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған атайҙар, ҡыҫҡа ғүмерле әсәйҙәр йәшәй алмаған ғүмерҙәрҙе лайыҡлы йәшәнеләр һәм йәшәйҙәр!
Гөлназ Вәлиева (Хәлиуллина), ф.ф.к., БДУ-ның шәрҡиәт һәм башҡорт теле ғилеме доценты
Читайте нас: