Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 18:20

Талпандар әүҙемләшә

Башҡортостанда миҙгел башланғандан алып республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларына 256 кеше тәндән алынған талпанда энцефалит һәм боррелиоз вирусы бармы-юҡмы икәнен тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостанда миҙгел башланғандан алып республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларына 256 кеше тәндән алынған талпанда энцефалит һәм боррелиоз вирусы бармы-юҡмы икәнен тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Уҙған йылда ошо көнгә ундайҙарҙың һаны 564 булған, тип хәбәр итте Роспотребнадзор идаралығы.
Йыл һайын ведомство талпандар таратҡан ауырыуҙарҙы иҫкәртеү саралары тураһында халыҡ араһында аңлатыу эшен алып бара. Шәхси һаҡланыу саралары: хәүефле биләмәлә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәү, дөрөҫ кейенеү, кейемде эшкәртеү өсөн акарицид сараларын, тәнгә һөртөү өсөн репелленттар ҡулланыу мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Талпан тешләүҙән һәм энцефалиттан нисек һаҡланырға, ҡайҙа прививка эшләтергә – был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1443081-v-bashkirii-256-chelovek-obratilis-v-laboratorii-po-povodu-prisasyvaniya-kleshchey/
Читайте нас: