Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 11:58

“Үткәнде белергә тейешбеҙ”

Яҡташыбыҙ шау-шыу сығарған фильмда роль башҡарҙы.

Кемгә күңеле тулып йылағансы оҡшай, кемдең һарыуын ҡайната, әммә ошо арала үҙәк телеканалдарҙа барған “Зөләйзхә күҙҙәрен аса” сериалы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.
Һүҙ сәйәси репрессиялар дәүере, Себергә һөрөлгән йәш ҡатындың әсе яҙмышы тураһында бара бит.
Татар яҙыусыһы Гүзәл Яхинаның әҫәре буйынса төшөрөлгән фильмда төп ролде уйнаған данлыҡлы Чулпан Хаматова, хатта, йәне әсенеүе тураһында белдерҙе: был роль өсөн интернет селтәрендә йәберләргә, мәсхәрәләрәгә, эҙәрлекләргә ынтылыусылар саманан тыш күп икән. Бер яҡтан, кемгәлер татар ҡатыны образын түбәнһетә, булып күренә. Икенсе яҡтан - социализм дәүерен һағыныусыларға тарихыбыҙҙы тик ҡара төҫкә мансыу булып тойола.
Әммә һүҙ был хаҡта түгел. Ошолай шау-шыу тыуҙырған кинофильмда яҡташыбыҙ төшөүе ғорурлыҡ уята бит!
Әлеге көндә баш ҡалала йәшәгән яҡташыбыҙ Венера Билалова тураһында былтыр гәзиткә яҙғайныҡ - Мәскәүҙә “Мисс Шәфҡәтлелек” конкурсы призеры булып шатландырғайны. Ҡыҫҡаса ғына иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Венера Хәлит ҡыҙы Учалы ауылы мәктәбендә белем ала, әсәһе Рәмзилә Мәснәүи ҡыҙы Ғәлиҡаева әле лә Учалы ауылында көн күрә. Ә Венера Mary Kay компанияһында Beauty-экспертом булып эшләй ,модель бизнесында мәшғүл, төрлө социаль һәм мәҙәни проекттарҙа әүҙем ҡатнаша, өҫтәүенә – ирекмән.
Фильмда яҡташыбыҙға эпизодик роль бирәләр – һөргөнгә һөрөлгән татар ҡатыны. Бик тә килештереп уйнай.
-Былтыр ғинуар айында төштөк, ныҡ һыуыҡ ине. Тормошомдоң бик тулҡынландырғыс мәле булды инде, - тип һөйләй ул, - Майҙансыҡта хис-тойғолар ҡайнап торҙо. Бына, аҡыл менән юрамал икәнлеген аңлайһың, әммә балаға мылтыҡтан атҡанды күреп, яһалма түгел, ысын күҙ йәштәренә быуылаһың.... Шундай яҡшы артистар менән хеҙмәттәшлек итеү форсаты өсөн яҙмышҡа рәхмәтлемен. Бына, Чулпан Хамматова ситтән ҡарағанда кемгәлер тәкәббер булып күренеүе мөмкин, ә ысынында шундай ябай, һөйкөмлө һәм тыйнаҡ ҡатын, эйе, күп һөйләп бармай, әммә шундай ихлас бит ул!
Был проектҡа яҡташыбыҙ нисек эләгә? Татар-башҡорт ҡатындары ҡиәфәтендә артистар талап ителә тигән иғланды күреп ҡала ла, тәүәкәлләй. Ҡабул итәләр, режиссер кандидатураһын раҫлай. Һәм һис тә үкенмәйҙәр – һәләк тә килештереп уйнай бит, һомғол буйы, сибәрлеге менән дә иғтибарҙы йәлеп итә.
Был кинофильм тирәләй барған бәхәстәр тураһында ошолай фекер йөрөтө Венера Хәлит ҡыҙы: “ Граждандар һуғышы күптән бөткән бит, “ҡыҙыл-аҡтарға” бүленмәйексе! Бер кем дә үткәнде ҡараға буяуҙы маҡсат итеп ҡуймағандыр. Әммә насарҙы ла, яҡшыны ла күрә белер кәрәк. Бына, ололарҙың хәтерләүенсә, хәләл көсө менән йәшәгән ҡарт олатайымдың да ул дәүерҙә йәшәгән йортон тартып алған булалар. Иманым камил, был фильм юғары әһәмиәткә эйә. Беренсенән, үткәндән һабаҡ алынмай икән, бер үк тырмаға ҡат-ҡат баҫыу мөмкин. Ә икенсенән – әлеге тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә. Күпме генә зарланһаҡ та, беребеҙ ас-яланғас ултырмай, йәшәгән өйҙән ҡыуып сығармайҙар, төндә килеп сәбәпһеҙ ҡулға алмайҙар! Һәм был именле тормошобоҙ өсөн ата-бабаларыбыҙ үтә ҡиммәт хаҡ түләгән – кинофильм нәҡ шул турала! “
Быйыл, эпидемияға тиклем, Венера Хәлит ҡыҙы “Склифосовский” сериалында (унда билдәле Максим Аверин да уйнай) төшөп өлгөргән икән.
Әле, аңлашыла, яҡташыбыҙ өйөндә ҡурсаланып ултыра. Ваҡытын буш үткәрмәй – тәжрибәле белгес булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлығын хәстәрләү тураһында китап яҙа. Үҙе лә китап уҡый – “Зөләйхә күҙҙәрен аса” китабын бүләк иткәндәр икән. “Йотлоғоп уҡыйым, фильм төшөрөүҙә ҡатнашҡас, үҙем баштан кисергән ваҡиғалар, яҡшы таныш кешеләр тураһында уҡыған кеүек бит!” - ти ул.
Ә яҡташтарына, бар учалыларға, түбәндәге өгөт-нәсихәтен еткереүҙе һораны:
-Сабыр һәм түҙемле булайыҡ, ҡурсаланыу осорон күптән ниәтләнеп тә, тотонорға ваҡыт етмәгән шөғөлдәргә бағышлайыҡ. Һәр кемдең күңел төбөндә ошондай берәй ниәт ята бит ул. Изоляцияның бер ыңғай яғы ла булды тиерлек – теләк булған һайын осраша алмағас, яҡындарыбыҙҙың, зат-зәүерҙең, дуҫтарҙың ысын баһаларына ныҡлап төшөнәбеҙ буғай. Бер-беребеҙгә йылы һәм һаҡсыл мөнәсәбәтте эпидемия үтеп киткәс тә һаҡлайыҡ!
Һүрәттә - яҡташыбыҙ билдәле киноартист Александр Баширов менән кино төшөрөү майҙансығында.
Читайте нас: