"Мәғариф" һәм "Заманса мәктәп" милли проекттарына ярашлы, уны 2021 йылдың 31 авгусына сафҡа индереү планлаштырыла, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.
Муниципаль район хакимиәте капиталь төҙөлөшкә подрядсылар эҙләү буйынса электрон аукцион иғлан итте. Килешеүҙең башланғыс хаҡы 446,5 миллион һум тәшкил итә. Муниципаль, республика һәм федераль бюджеттан субсидиялар бүленә. Аукционға 2020 йылдың 28 апрелендә йомғаҡ яһала.
Төп объекттарҙан тыш, ике автобус өсөн йылы гараж, кер йыуыу бүлмәһе төҙөлә. Инженер һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре һалына, биләмә төҙөкләндереләсәк.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ итеү”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек” федераль проекттарынан тора.