Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель 2020, 19:19

“Әпәкәй-сөпәкәй” итеп тормаясаҡтар

Ҡурсаланыу осоронда айырыуса тәртипле булыу зарур

Көрәштең алғы һыҙығына баҫтылар, тип медицина хеҙмәткәрҙәренә мәдхиәләр уҡыла. Бик дөрөҫ, тик улар менән бер рәттән хоҡуҡ һағында тороусыларға ла рәхмәт әйтергә онотмайыҡ. Бик көсөргәнешле эш режимына күстеләр бит улар ҙа. Өҫтәүенә, нахаҡ һүҙҙәрҙе лә йыш ишетәләр. Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһында полицейҙар ике ҡатынды ҡулға алғандарын кемдер видеоға төшөрә лә, интернетҡа сығара һала. Ҡаты тотоноуҙа ғәйепләүселәр шундуҡ табылды. БР буйынса эске эштәр министрлығынан аңлатма бирҙеләр: урамда ике иҫерек ҡатын китеп барған була, полиция туҡтатып, ниңә ҡурсаланыу режимын күҙәтмәйһегеҙ, тип һорайҙар. Тегеләр, аңлатма биреү урынына, егеттәрҙе тиргәргә-мәсхәрәләргә тотоналар – эскән бәндәнән йүнле хәбәр ишетәм тимә. Законлы талапҡа буйһонмағастары, көс ҡулланып эске эштәр бүлегенә илтеләләр уларҙы. Унда административ протокол төҙөлә. Әйткәндәй, бортаҡ телле эскеселәрҙең береһе – кешегә үлтереү менән янаған өсөн суд алдына баҫтырылған енәйәтсебикә. Полицияны тәнҡитләүселәр үҙҙәре ундай ҡатын менән осрашырға теләр ине микән? Ғөмүмән, аңлар кәрәк - пандемия осоронда йәмәғәт тәртибен һаҡлау, хатта, вирус менән көрәшеүгә ҡарағанда ла әһәмиәтерәк мәсьлә. Шуға ла тәртип боҙоусылар менән бер кем дә “әпәкәй-сөпәкәй” итеп тормаясаҡ.
Читайте нас: