Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель 2020, 13:40

ПУТИН 1 МАЙҒА ТИКЛЕМ ЙЫЛЫНА 6,5% МЕНӘН ЛЬГОТАЛЫ ИПОТЕКА ПРОГРАММАҺЫН РАҪЛАРҒА ҠУШТЫ

Рәсәй президенты Владимир Путин хөкүмәткә 1 майға тиклем йылына 6,5% менән льготалы ипотека программаһын раҫларға ҡушты, тип хәбәр итте «Известия».

Рәсәй президенты Владимир Путин хөкүмәткә 1 майға тиклем йылына 6,5% менән льготалы ипотека программаһын раҫларға ҡушты, тип хәбәр итте «Известия».
Ошо программа сиктәрендә 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем төбәктәрҙә 3 миллион һумға тиклем беренсел торлаҡ һатып алыу өсөн льготалы ставка буйынса ипотека кредиттары бирелә.
Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, шулай уҡ Мәскәү һәм Ленинград өлкәләрендә ипотека кредитының суммаһы 8 миллион һумға тиклем арттырылды.
Бынан тыш, Владимир Путин 20 майға хәтлем төҙөлөштө коронавирустан айырыуса ныҡ зыян күргән тармаҡтар исемлегенә индереү тураһында мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
Шулай уҡ Рәсәй президенты 1 майға тиклем төҙөүселәргә стандарт торлаҡ һатып алыу өсөн 50 милилард һум күләмендә «Дом.РФ» йәмғиәтенә дәүләт гарантиялары тапшырырға ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1442751-putin-poruchil-k-1-maya-utverdit-programmu-lgotnoy-ipoteki-pod-6-5-/
"Башинформ"
Читайте нас: