Яйыҡ
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2020, 11:55

700 литр хәмер конфискацияланды

Учалы районына келәймә һуғылмаған араҡы индереп маташалар

Кисәнге, йәғни 25 апрель Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре ЮХХДИ инспекторҙары менән берлектә юлда «Тойота» автомобилен туҡтата.
Келәймә һуғылмаған (маркировкаланмаған, акциз маркаһы ҡуйылмаған) 74 йәшник араҡы – 1400 тирәһе шешә транспортлауы асыҡлана.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр иткәнсә, 37 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе хәмерҙе ваҡлап һатыусыларға таратырға йыйынған, тип фараз ителә.
Нисек кенә булмаһын, енәйәт эше ҡуҙғатылды, тәфтиш бара.
Фотографиялар - министрлыҡтың рәсми сайтынан.
Читайте нас в