Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 12:20

Һанлы ортопантомограф ҡуйылды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, Белорет район үҙәк дауаханаһы һанлы ортопантомографлы булды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Белорет район үҙәк дауаханаһына һанлы ортопантомограф ҡайтарылды. Был аппарат теш-яңаҡ системаһына рентген диагностикаһы үткәреү өсөн ҡулланыласаҡ. Республика дауаханаларын юғары технологиялы медицина ҡоролмалары менән тәьмин итеү Республика Башлығының “Башҡортостан Республикаһының 2024 йылға тиклем стратегик йүнәлештәге социаль-иҡтисади үҫеше” ҡарарына ярашлы, медицина ойошмаларының һәм стоматология кабинеттарының матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. Заманса яңы аппарат пациенттарҙың тештәренең сәләмәтлеген тулыһынса һаҡлау, уларға дөрөҫ диагностика үткәреү өсөн уңайлы һәм бик тә кәрәкле. Ул тештәрҙе дауалағанда, брекеттар, импланттар ҡуйғанда ауыҙ ҡыуышлығын бар тулылығында төшөрөү мөмкинлегенә эйә булыуы менән әһәмиәтле. Бындай һанлы ортопантомограф аппараты быға тиклем Октябрьский, Ишембай ҡалалары дауаханаларына ҡайтарылды. Сиратта - Сибай ҡала дауаханаһы. "Башҡортостан" гәзите.Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: