Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 18:42

Инфекцион госпиталь асылды

Дүрт яҡташыбыҙ , лаборатор тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, COVID-19 йоҡтотрған, ысынбарлыҡта күберәк булыуы бик тә ихтиал.

27 апрель көнө брифинг үткәргәндә Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов хәбәр итте: лаборатор анализдар 4 Учалы кешеһенең COVID-19 инфекцияһын йоҡтороуҙарын раҫлаған (теүәл бер аһна элек 3 осраҡ тураһында хәбәр иткәйнек). Барыһына ла медицина ярҙамы күрһәтелә, улар менән аралашҡан бөтә граждандар күҙәтеү аҫтына алынған, ти.
Бынан тыш, компьютер томографияһы менән тикшереү ике тиҫтәләп кешелә инфекция бар, тип шикләнергә мәжбүр итә. Лаборатор анализ килеп еткәнсе апаруҡ ваҡыт үтәсәк, шуға ла фәҡәт коронавирустан шундуҡ дауалай башлағандар (Һаулыҡ һаҡлау министрлығы күрһәтмәләре буйынса). Ошо сәбәпле 23 апрелдән бала табыу йорто базаһында инфекция госпитале эшләй башланы. Ундағы медицина хеҙмәткәрҙәре, яңылыштан инфекция таратмау өсөн, тәүлек әйләнәһенә бинанан бөтөнләй сыҡмайынса 14 көн буйына эшләйәсәктәр. Хоҙай түҙемлек бирһен инде үҙҙәренә.
Читайте нас: