Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 13:15

9 йәшлек баланы һаман тапмайҙар

Ғафури районының Түбәнге Ташбүкән ауылындағы олатаһына ҡунаҡҡа килгән арала юғалған Рөстәм Ишҡоловты алтынсы тәүлек эҙләйҙәр.

Ғафури районының Түбәнге Ташбүкән ауылындағы олатаһына ҡунаҡҡа килгән арала юғалған Рөстәм Ишҡоловты бишенсе тәүлек эҙләйҙәр. Малай телһеҙ, үҫештән артта ҡалған, шуның өсөн дә ярҙамға саҡыра алмауы аңлашыла. Ата-әсә улдарының юҡҡа сыҡҡанлығын күргәс тә полицияға мөрәжәғәт иткән.
"Лиза Алерт" ирекмәндәре әйтеүенсә, эҙләү бер нисә йүнәлештә ойошторолған: урын-һыуҙы тетеп сығыу, мәғлүмәти эҙләү, социаль селтәрҙә баланың юғалыуы тураһында мәғлүмәтте күберәк таратыу. Бала юғалған ауылдың таулы урында урынлашыуы, һуңғы көндәрҙәге көслө ел, ҡарлы ямғыр, йылғаларҙа һыуҙың артыуы эҙләүҙә ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай ҡалмай, әлбиттә.- Ауыл кешеләре урманда йыртҡыстарҙың күплеге тураһында һөйләгәйне, ысынлап та, бүре һәм айыу эҙҙәре осраштыра, - тип һөйләй "Лиза Алерт" отряды ирекмәне. - Ауыл хакимиәтенә штаб өсөн торлаҡ бүлгәне, аҙыҡ-түлек, йоҡлар урын менән ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәт. Кемдәр малайҙы эҙләшә, ярҙамлаша - барыһына ла рәхмәт. Эҙләүҙәр дауам итә.Тәфтиш комитеты Рөстәм юғалғас, хәлде төрлө яҡлап өйрәнеү, тикшереү өсөн "Үлтереү тураһында" енәйәт эше асҡан.Тағы берҙе малайҙың билдәләренә иғтибар итегеҙ: 6-7 йәштәр тирәһендә күренә, буйы 116 см, уртаса кәүҙәле. Өҫтөнә ҡыҙыл башлыҡ, һоро куртка, күк итек кейгән.
Фото:социаль селтәрҙән.
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: