Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 12:35

Ахунда бысаҡлаштылар

Бәхәс сәбәбе – бер шешә араҡы

Тәфтиш версияһы буйынса, Ахун ауылында 53 йәшлек ир менән 46 йәшлек ҡатын бергә хәмер эскән булалар, тип хәбәр итә БР буйынса эске эштәр министрлығы. Ҡатын ниңәлер бер шешә араҡыны йәшерә, ти. Быны абайлаған ир ярһып асыулана, әхирәтенә бысаҡ ҡаҙай. Ярай ҙа, шундуҡ аңына килә, ярҙам һорап телефондан шылтырата.
Йәрәхәтләнгән ҡатын дауаханаға һалына, ә иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Исмаһам, ҡурсаланыу, эпидемия осоронда тамаҡты тыя белергә ине, яҡташтар!
Читайте нас: