Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 11:50

Артабан нисек йәшәрбеҙ?

30 апрелгә тиклем иғлан ителгән үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡыты үтеп бара. Артабан нимә эшләрбеҙ, нисек йәшәрбеҙ?

Рәсәй кешеләренең үҙ-үҙеңде изоляциялау режимында йәшәүенә бер айҙан ашыу ваҡыт үтеп тә китте. Ил Президенты Владимир Путин 25 мартта һәм 2 апрелдә халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, ошо сикләү саралары тураһында еткергәйне. Ул саҡта Владимир Путин айҙы тулыһынса ял тип иғлан итте. Шул уҡ ваҡытта эш хаҡтарын һаҡларға ҡушты.
Шулай итеп, 30 апрелгә тиклем иғлан ителгән үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡыты үтеп бара. Артабан нимә эшләрбеҙ, нисек йәшәрбеҙ? Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, ошо көндәрҙә Президент йәнә халыҡҡа мөрәжәғәт итәсәк һәм ҡарарын әйтәсәк. Уның һүҙҙәренсә, әлегә Кремль режимды ҡасан туҡтатыуҙы тулыһынса хәл итмәгән, тик унан сығыу этаплап барасаҡ.
"Роспотребнадзор" етәксеһе Анна Попова фекеренсә, әлегә илдә үҙ-үҙеңде изоляциялауҙы туҡтатырға иртәрәк. Ҡайһы бер белгестәр, сикләүҙе 12 майға тиклем һуҙырға кәрәк, ти.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә ошо турала һүҙ булды.
"Беҙ сирҙең юғары нөктәһе еттеме-юҡмы тип юрай алмайбыҙ. Факттарға таянырға кәрәк. Әле беҙҙә көн һайын үҫеш бара, был режимда оҙайлы ваҡыт йәшәүгә көйләнер кәрәк", - тине Радий Хәбиров.
Шул уҡ ваҡытта был, әлбиттә, ил Президенты сығышына бәйле буласаҡ. Ул мөрәжәғәт иткәс, төбәктә ҡарарҙар ҡабул ителеп, халыҡҡа еткереләсәк.
Фото: 1pnz.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: