Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 15:25

"Бөгөн эсмәй генә ҡайтһын инде..."

Күршеләрҙән уйнап ҡайтып ингән алты йәшлек Гөлназ бөгөн ҡапыл: “Әсәй, әйҙә, атайҙан айырылайыҡ!” – тип шаҡ ҡатырҙы.

Күршеләрҙән уйнап ҡайтып ингән алты йәшлек Гөлназ бөгөн ҡапыл: “Әсәй, әйҙә, атайҙан айырылайыҡ!” – тип шаҡ ҡатырҙы.
- Нишләп, балам? Атайһыҙ ҡыйын булыр бит...
- Юҡ, ана Сәлимәләрҙә ғәләмәт рәхәт. Атаһы булмағас, шауламағыҙ, тип әрләүсе лә, араҡы эсеүсе лә юҡ.
- Эй, ҡыҙым... Атайың бит гел генә араҡы эсеп йөрөмәй.
- Эсһә, ул мине яратмай, “башымды ҡатырма” ти. Һине лә яратмай, яратһа, “араҡы тап” тип төндә сығарып ебәрмәҫ ине.
- Эй, бәләкәсем, аҙ ғына үҫһәң, аңларһың әле... Атайың һине үҙенсә ярата ул. Ана бит, ниндәй матур велосипед алып ҡайтҡан, район үҙәгендә өй башы япҡандан һуң.
- Эйе шул. Эсмәһә, мин дә уны яратам. Сәпитемде лә, - тип тәтелдәп, зал уртаһында торған велосипедына атланды ҡыҙ, “Әсәй, нисә көндән яҙ етә? Ҡасан ғына сәпитемде тышҡа сығарам инде”, – тип уйынға әүрәп китте. Ә Гөлзифа эше менән булды, тик бәләкәс ҡыҙының һүҙҙәре ҡабат-ҡабат яңғырағандай, тынғылыҡ бирмәне...
Айырылып ни генә ҡылһын инде Гөлзифа. Барыр ере, батыр күле юҡ тигәндәй. Ата-әсәһе күптән гүр эйәһе, тыуған йортонда ҡустыһы ғаиләһе менән йәшәй. Ана күрше Сәриә, “эскән, көнләшкән ир менән йәшәмәйем” тип, биш йәшлек Сәлимәһен алып, ата-әсәһе янына ҡайтты ла төштө. Ҡыҙын бында ҡалдырып, Себер яғына эшкә йыйына, Гөлзифаны ла өгөтләй. “Эскән ир менән ыҙалап йәшәмә, аҡса эшләп, аҙыраҡ күҙең асылыр”, - ти.
Юҡтыр, тәүәккәлләй алмаҫтыр Гөлзифа. Бәләкәй Гөлназын кемгә ҡалдырыр? Студент улы, мәктәп-интернатта уҡыған ҡыҙы кемгә күҙ төбәп ҡайтыр? Эскән иргә йортто, мал-тыуарҙы ышанып ҡалдырып булыр тиһеңме?
“Ярай, бер мин генә улай йәшәмәйем әле. Эсмәгән сағында, унда-бында ҡалымға йөрөп, аҡса ла эшләп ала. Утынын да, бесәнен дә йүнләй. Тик шул эскелеге генә инде... Эй, Хоҙайым, бөгөн ҡалымдан эсмәй генә ҡайтһын инде”, - тип теләй-теләй ҡатын киске аш әҙерләргә тотондо...
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: