Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 11:55

Балаларында коронавирус булһа ла...

Ата-әсә сирле балаларын дауаханаға һалыуға ҡаршы булып, медицина хеҙмәткәрҙәрен өйҙәренә индермәй.

Ата-әсә сирле балаларын дауаханаға һалыуға ҡаршы булып, медицина хеҙмәткәрҙәрен өйҙәренә индермәй. Был хәл Краснодар крайында була.
Ғаиләлә бәлиғ булмаған биш баланың коронавирус менән зарарланғаны мәғлүм булған. Был турала федераль мәғлүмәт агентлығы яңылыҡтары хәбәр итте.
Сочи ҡалаһында ла ошоға оҡшаш ваҡиғалар теркәлгән. Унда ике ғаиләләге берәр балала COVID-19 вирусына тест ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. Балаларҙы тиҙ арала дауахананың инфекция бүлегенә һалырға ҡушыла. Күрһәтелгән адрестар буйынса табиптар бригадаһы сыға, әммә уларҙы ҡаршылыҡ көтә: беренсеһендә әсә кеше медиктарҙы индермәй, аҙаҡ килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре лә ишекте астыра алмай. Икенсе адрес буйынса йорт хужаһы, ҡатыным бала менән ҡайҙалыр киткән тип, өйгә үткәрмәй.
Артабан был хәлдәр менән суд шөғөлләнәсәк.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: