Шәхси эшҡыуарҙар эшмәкәрлектәрен һалым инспекцияларына бармайынса туҡтата ала. Федераль һалым хеҙмәте «Юридик берәмектәрҙе һәм шәхси предприятиеларҙы дәүләт теркәүе» сервисын эшләп бөттө. Унда электрон ҡултамғаһыҙ Рәсәй Һалым хеҙмәтенең республика буйынса 39-сы район-ара инспекцияһына ғариза ебәрергә мөмкин. Сикләүҙәр ғәмәлдә булған осорға ошондай мөмкинлек бирелде.
«Ғариза менән бер үк ваҡытта паспорт биттәренең скан-образы йәки фотоһүрәте ебәрелә. Бынан тыш, шәхесте раҫлау өсөн ошо документ менән шәхси фото (селфи) эшләргә кәрәк», — тип аңлаттылар Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.
Документтар биш эш көнөндә ҡарала, һуңынан яуап ғариза бирелгән саҡта күрһәтелгән электрон почтаға йүнәлтелә.
http://www.bashinform.ru/news/1443444-v-bashkirii-ip-mogut-zakrytsya-udalenno-bez-poseshcheniya-nalogovykh-inspektsiya/