Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 11:55

Ике аҙналыҡ бала ниңә үлгән...

Был аяныслы ваҡиға 25 апрелдә Дүртөйлө районы ауылдарының береһендә теркәлгән.

Был аяныслы ваҡиға 25 апрелдә Дүртөйлө районы ауылдарының береһендә теркәлгән. "КП-Өфө" сығанағы хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итеүенсә, иртә менән ата-әсәһе улдарын ҡарарға тип, сәңгелдәк янына бара. Тик ҡурҡыныс табышҡа юлыға - сәңгелдәктә улар ғәзиздәренең үле кәүҙәһе ятыуын күрәләр, уның йөҙө ҡанға буялған була.
Әле яҡты донъяла йәшәп тә өлгөрмәгән бала бынан ике аҙна элек кенә ата-әсәһен ҡыуандырып, донъяға килгән булған.Хәҙерге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре баланың үлем сәбәптәрен тикшерә. Полиция хеҙмәткәрҙәре малайҙың үлемендә криминаль эҙ юҡлығын билдәләп, тәнендә танауҙан киткән ҡан таптарынан тыш, тән йәрәхәттәре булмауын асыҡлаған.
Үкенесле хәл, әлбиттә, ата-әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Stknet.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: