Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 12:30

Ипотека буйынса беренсе взносты кәметергә

Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин хөкүмәткә әсәлек капиталын файҙаланып, балалы ғаиләләр өсөн торлаҡҡа кредит буйынса беренсе взносты кәметеү тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин хөкүмәткә әсәлек капиталын файҙаланып, балалы ғаиләләр өсөн торлаҡҡа кредит буйынса беренсе взносты кәметеү тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Тейешле йөкләмә Кремль сайтында баҫылған. Уны үтәү ваҡыты – 20 майға тиклем.
«Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенә балалы ғаиләләргә әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланып, торлаҡ һатып алыу (төҙөү) өсөн кредит биргәндә беренсе иғәнә күләмен 15% тиклем кәметеү тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә»,— тиелә Кремль сайтында баҫылған йөкләмәлә.
6 мартта президенттың Иваново өлкәһе йәмәғәтселеге вәкилдәре менән аралашыуы барышында ҡатнашыусыларҙың береһе балалы ғаиләләргә ипотека буйынса льготалы шарттарға ҡарамаҫтан, банк билдәләгән беренсе взнос күләме арҡаһында бөтәһенең дә бындай саранан файҙалана алмауын билдәләне. Ул саҡта дәүләт башлығы хөкүмәткә тейешле йөкләмә бирҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1444339-putin-poruchil-snizit-pervonachalnyy-vznos-po-ipoteke-dlya-semey-s-detmi/
Читайте нас: