Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 11:25

«Үлемһеҙ полк» акцияһы нисек үтәсәк?

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 27 апрелдә «Фейсбук»тағы сәхифәһендә быйыл республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһының нисек үткәреләсәген хәбәр итте.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 27 апрелдә «Фейсбук»тағы сәхифәһендә быйыл республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһының нисек үткәреләсәген хәбәр итте. Формат үҙгәртелә, ләкин асылы шул уҡ ҡала.
«Был осорҙа беҙгә бик күп ғәҙәти булмаған ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Рәсәйҙә, шул иҫәптән беҙҙең республикала күптәр быйыл «Үлемһеҙ полк» акцияһы булмай тип борсолдо. Ләкин беҙ ошо хәлдән сығыу итеү юлын таптыҡ булһа кәрәк. Миңә ойоштороу комитеты вәкилдәре бер тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. Уның асылы шунда: әлеге ваҡытта халыҡты йөрөшкә йыя алмайбыҙ икән, республика йәшәүселәрҙән онлайн ғаризалар һәм фотоһүрәттәр ҡабул итә, уларҙы баҫтырып сығара һәм Еңеү көнөндә уларҙы транспортта йөрөтә алабыҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Республика башлығы һүҙҙәренсә, фронтовиктарҙың 70-кә яҡын портреты йөҙ «Башавтотранс» автобустары борттарына урынлаштырыла һәм 9 майҙа улар Өфө урамдары буйлап тантаналы колонна булып бара.
Бынан тыш, фронтовиктарҙың портреттары Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелә, шулай уҡ Башҡортостанда махсус төҙөлгән «Үлемһеҙ полк» сайтына ҡуйыла. polk02.ru сайтындағы форманы тултырып, ғариза ебәрергә кәрәк.
«Әгәр шулай эшләһәк – йәнә бер тапҡыр иң ҡатмарлы хәлдәрҙә лә ныҡышмалылыҡ күрһәтергә һәм сығыу юлын табырға мөмкин икәнен раҫларбыҙ», — тине Башҡортостан башлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1444164-v-bashkirii-nashli-reshenie-kak-provesti-vsenarodnuyu-aktsiyu-bessmertnyy-polk-/
Читайте нас в