Яйыҡ
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 11:30

Марика һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың улы тыуған

Опера сәхнәһе йондоҙо Илдар Абдразаҡовтың ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға булған.

Опера сәхнәһе йондоҙо Илдар Абдразаҡовтың ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға булған. Кисә йырсының хәләл ефете Марика Абдразаҡова ул тапҡан.
«Улым, яҡты донъяға рәхим ит! Һөйөклөм! Ул бүләк иткәнең өсөн рәхмәт!!!» — тип яҙған артист инстаграмда һәм сабыйҙың ҡулы төшөрөлгән фото һалған. Яҙма меңләгән комментарий һәм лайк йыйған.
Йырсыны тәүгеләрҙән булып Дмитрий Хворостовскийҙың тол ҡатыны Флоранс һәм Илдарҙың бер туғаны Асҡар Абдразаҡов ҡотлаған.
Илдар Абдразаҡов бишенсегә атай булды. Илдар Марика менән Риана һәм Александра исемле тағы ике ҡыҙ тәрбиәләй.
Бынан алда йырсы «Башинформ» агентлығына шатлыҡлы ваҡиға алдынан ғаиләһенең дачала изоляцияла ултырыуҙары хаҡында һөйләне.
http://www.bashinform.ru/news/1444033-u-ildara-i-mariki-abdrazakovykh-rodilsya-naslednik/
Читайте нас в