Фондта билдәләүҙәренсә, изоляция һәм карантин сараларына бәйле үҫмерҙәр үҙ ғаиләһе менән низағҡа инеүе ихтимал. Әгәр үҫмергә уҡыуы, өйҙә ултырыуы, ата-әсәһе менән аралашыуы йәки киләсәк тураһында уйлауы ауыр икән, психологтар ярҙамға килергә әҙер. Ҡыҙыу бәйләнешкә өлкәндәр ҙә шылтыратып кәңәштәр алырға мөмкин, тип хәбәр итте Социаль мәғлүмәт агентлығы. Ярҙамды «Ползунов вариҫтары» балалар ғилми һәм инженер-техник ижад үҙәге (Барнаул) психологтары күрһәтә. Психологтарға иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем шылтыратырға мөмкин (Мәскәү ваҡыты).