Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 13:10

Вәхшиҙәрсә ғүмере ҡыйылған...

Сибай ҡалаһында вәхшиҙәрсә үлтерелгән ҡатындың кәүҙәһен табалар.

Сибай ҡалаһында вәхшиҙәрсә үлтерелгән ҡатындың кәүҙәһен табалар. 57 йәшлек ҡатын сыр-яланғас көйө үҙ ихатаһында ятҡан булған, бик ныҡ туҡмалған, аяҡтары бәйләнгән, ҡулдарында бихисап яралар - бысаҡ эҙҙәре. Был ҡот осҡос хәл тураһында UfacityNews.ru порталы, үҙ сығанаҡтарына таянып, хәбәр итә.
Фажиғә урынына хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре юллана. Шулай уҡ ихатаны тикшергәндә 52 йәшлек ирҙең кәүҙәһенә лә тап булалар. Ул һарайҙа табылған, алдан күҙаллауҙарынса, үҙ-үҙенә ҡул һалған. Ә бына ҡатындың ғүмерен кем ҡыйған, уныһы билдәһеҙ.Әле хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре фажиғә урынында был аяныслы хәлде тикшерә.
Фото интернеттағы асыҡ сығанатарҙан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: