Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 17:55

Яҙмыш ҡиссаһы

- Ят инде. Һүндер шәмде. Башым ауырта башланы кәрәсин еҫенә .Ҡуй шул китабыңды.Әсәһенең ошо һүҙҙәренән һуң да уҡый әле атаһы ҡалын китабын. Эсвит бар ҙа ул, тик уны сәғәт ун икелә завут һүндерә. Тағы алтыла өс тапҡыр гудок бирә лә яндыра. Эсвит һүнгәс, атаһы өрлөктәге шәмде тоҡандыра. Аҫмалы шәмдең эшләпәһенә, яҡтыраҡ булһын, типтер инде, сәй ҡурғаштары йәбештерә атаһы. Урындыҡҡа тороп ала ла шәм яҡтыһында уҡый ҙа уҡый китабын.

ЯҘМЫШ ҠИССАҺЫ.
- Ят инде. Һүндер шәмде. Башым ауырта башланы кәрәсин еҫенә .Ҡуй шул китабыңды.Әсәһенең ошо һүҙҙәренән һуң да уҡый әле атаһы ҡалын китабын. Эсвит бар ҙа ул, тик уны сәғәт ун икелә завут һүндерә. Тағы алтыла өс тапҡыр гудок бирә лә яндыра. Эсвит һүнгәс, атаһы өрлөктәге шәмде тоҡандыра. Аҫмалы шәмдең эшләпәһенә, яҡтыраҡ булһын, типтер инде, сәй ҡурғаштары йәбештерә атаһы. Урындыҡҡа тороп ала ла шәм яҡтыһында уҡый ҙа уҡый китабын.- Тора бир әле. Үҙем һүндерәм хәҙер. Ял ит. Таң менән урманыңа китергә лә баһа.Шунан һуң ғына бите араһына шырпы бөртөгөн билдә итеп һала ла китабын кәштә башына һөйәй атай. Ҡолаҡ артына ҡыҫтырып ҡуйған папиросын ала ла тышҡа сығып китә.Ул сығып киткәс, әсәһе урын - ерҙе рәтләштерә, яҫтығын ҡабарта. Әминә быны күрмәһә лә ишетеп ята. Атай менән әсәй шаршау эсендә йоҡлайҙар. Көндөҙ шаршауҙы әсәһе тарта ла урҙаға ҡалҡытып элә. Ҡыҙҙары өй уйнайбыҙ, тиһәләр, төшөрөп бирә. Эре сәскәле көрән ҡыҙыл ҙур шаршау ҡыштарын үҙе бер донъя! Күршеләрендәге Жеүәржәттәргә (Жеүәржәттең Зөбәржәт икәнен уҡырға барғас саҡ белде Әминә.) барып өй уйнайым, тиһәләр, уларҙың шаршауҙары ла юҡ. Жеүәржәттең атаһы менән әсәһе төпкө яңы өйҙәрендә сигеүле аҡ шаршау эсендәге тимер карауатта йоҡлайҙар икән. Жеүәржәт шуны сымылдыҡ була, ти. Урта ишектәрен ябып ҡуялар, ти. Жеүәржәттәргә әкиәт һөйләмәйҙр микән ни?Атаһы тыштан инеп, шәмде һүндерә лә урындыҡ ситенә ултырып сисенә. Нәскиҙәрен мейес ҡашағаһына һала. Аҡ мейес яҡтыһына, тәҙрәнән төшкән ҡар яҡтыһына атаһы бәһлеүән булып күренә Әминәгә. Бәһлеүән булмаһа, урындыҡ таҡталары шығырлап китер инеме ул ятҡанда?Атаһы шаршау эсенә инеп ятһа, гел әсәһен төпөлдәтеп һөйә. Әминәләрҙе лә, урмандан ҡайтҡас, арҡаларынан төпөлдәтеп һөйөп ала атай. Тик әсәйҙе яратҡанда сәпсим башҡаса итеп һөйә. Әминәнең хатта шаршауҙың ситен генә ҡалҡытып ҡарағыһы килеп китә. Ярамай шу-ул. Их, атай менән әсәйҙең уртаһына төшөп ятҡанда-а... Әсәһенең:-Әбей менән бабайҒыр - ғыр йоҡлай,Уртаһында бер бәпәйҺикереп - төшөп уйнай, - тигән әкиәтендәге кеүек.Оҙон урындыҡтың был яғында дүрт бала ята теҙелешеп. Ике малай, ике ҡыҙ. Ә әсәһе бишенсегә ауыр аяҡлы икән. Көндөҙ Хәжирә инәй менән сәй эскәйнеләр, шунда инәйҙәре әсәһенә ҡарап:- Тағы ауыр аяҡлыһың икән. Етәр инде, килен, - тигәйне.- Етәр, тип, ҡайҙа итәйем мин уны. Булһын, үҙем яңғыҙ үҫтем, ти ҙә ҡуя бит.- Ирҙәргә ни... Үҙең әҙерәк хитрит ит һуң.- Белмәйем мин хитрит - митрит тигән нәмәне.Уларҙың был хәбәренең бер ниһен дә аңламай Әминә.Әсәһе хитрит итә белмәгәнгә аяғы ауыр булып киткән микән? Юғиһә, Әминәнең йоҡламай ятҡанын белеп, атаһы үҙҙәренең эргәһенә саҡырып ала ине.Хәҙер әсәһе ятҡырмай урталарына.- Былай ҙа урын етмәй. Тулай, йоҡо бирмәй. - ти башлаған ниңәлер. - Ятһын тегеләре менән. Ҡашҡаһы бар мәлә ошоноңдоң?- Бар. Кеше сыға минең был ҡыҙымдан.- Атай... Ә әкиәт?Әсәһе ишетеп ҡалмаһын, тип атаһына ғына шыбырҙай Әминә. Шаршау аҫтынан башын ғына сығарып, атаһы бышылдай:- Тағы йоҡтамай ятаһыңмы, ташый? Әсәң һөйҙәмәнеме ни?- Ээй... Һин һөйҙә.Әсәһенең әкиәттәрен дә, йомаҡтарын да Әминә ятлап бөткән инде. Тегеләр әсәй әкиәтенә күптән хыр - хыр, ә Әминә атаһын көтә.Атаһының да әкиәттәре "Борон - борон заманда әбей менән бабай йәшәгән, ти, " - тип башлана. Тик гел генә: "Уларҙың бер генә бөртөк малайҙары булған, ти. Ул малайға Бербөртөк тип исем ҡушҡандар, ти, - тип дауам итә.Атаһының әкиәттәрендә әллә ниндәй ят һүҙҙәр бар, шул һүҙҙәр әсир итә Әминәне.- Ҡайһы ерҙә ҡалдыҡ әле, ҡыҙым?- Ырудник тигән ерҙә, атай.- Әәә, эйе. Бабай бер көндө әбейен эйәртеп тауға сығып киткән. Барғандар - барғандар ҙа бер төптән сыҡҡан дүрт ҡайын эргәһенә туҡтағандар. Бабай шул ергә тәрәәән итеп соҡор ҡаҙған да, ти, ҡуйынындағы ат башындай алтынын күмгән, ти. Әбейенә әйткән, ти:- Ошо ерҙе онотма, тигән, ти. Бербөртөк ҙурайһа, ошонда алып килеп күрһәтерһең. Икегеҙ байығып китерһегеҙ ат башындай алтынға, тигән, ти.- Атай, тапҡанмы Бербөртөк шул ерҙе?- Юҡ. Бабай үлеп киткән, ә әбей күрһәтмәгән. Тау эйәһе аңдып тик йөрөгән, ти, сөнки.- Дейеүме?- Эйе.Әсәй һөйләгән әкиәттәрҙә әбей үлә лә, бабай икенсе әбей ала. Үгәй әсә бабайҙың балаларына көн күрһәтмәй. Ә бында бабай үлеп китһә лә, әбейе икенсе бабай алмай. Шуныһы бигерәк оҡшай Әминәгә.- Бербөртөк ай үҫәһен көн үҫеп, егет ҡорона тулғанда, батша бер фарман сығарған. Уның сапҡынсылары ауыл һайын йөрөп, шул фарманды таратҡандар, ти.- Кемдең ниндәй һөнәре бар, шул - шул ерҙәге майҙанға йыйылырға! Үҙ һөнәрен күрһәтергә тейеш! - тигәндәр, ти.Атаһының бышылдап ҡына һөйләүе Әминәне ойота. Ни тиклем тырышмаһын, йоҡо уны баҫа. Әсәһенең:- Ята бирегеҙ әле. Шыбырҙашҡан булып. Етәр һеҙгә, - тигәнен ул инде ишетмәй. Әкиәт төшөндә дауам итә. Әминә әлеге майҙанға үҙе бара. Бербөртөктөң һөнәрен үҙ күҙҙәре менән күрә, сәпәкәй итә, шарҡылдап көлә, шатлыҡ йәштәрен һөртә. Ә Бербөртөк майҙан уртаһында бейей, ти! Бөтә кеше таң ҡалған, ти, сөнки бындай бейеүҙе бер кем дә күргәне булмаған, ти!Әминәләр йоҡонан тороуға атай өйҙә булмай. Тик ҡыҙыҡайҙың иҫендә:- Батша илселәре Бербөртөктө аяҡтарын ергә лә тейгеҙмәй, батшаның ансамбил тигән һарайына алып киткәндәр. шуға ла:- Ҡайһы ерҙә туҡтаныҡ әле, ҡыҙым? - тигән һорауға, Әминәнең яуабы әҙер:- Ансамбил тигән ерҙә, атай.Фәйзи Ғәскәров тигән батшаның ансамбил тигән бейеүселәре араһында Бербөртөктөң дә бейегәнен әсәһе әйткәйне.Аҙағы юҡ атаһының мажаралы, мауыҡтырғыс әкиәттәренең. Көн һайын уҡ һөйләй ҙә алмай ул, һағындырып, көттөрөп кенә һөйләй.- Атай, был әкиәт түгел дә инде... Әкиәт улай булмай ҙа инде - тип аптырап китә ҡайсаҡ Әминә.- Әкиәт түгел шул. Был ҡисса, ҡыҙым, тормош ҡиссаһы. Бер малай тураһында.- Әә. Әсәй һөйҙәгән Йософ ҡиссаһы һымаҡмы?- Шулайыраҡ.Бәләкәй генә сағынан, иҫ белә башлағандан, хыялый ҡыҙыҡай аҡ ҡыштар сафлығын тойоп, ҡышҡы төндәр сихырында бәүелеп, әкиәт - ҡиссалар тылсымына арбалып үҫте. Ҡыштар ғына хәтеренә уйылып инеп ятҡан ниңәлер. Яҙҙар - көҙҙәрҙә донъя мәшәҡәттәре күберәк булғандыр, күрәһең. Ҡыҫҡа төнлө йәйҙәрҙә атай менән әсәйгә йоҡо туйғансы йоҡлау былай ҙа теймәгәнднр. Ә ҡыштар... Их, ул бала саҡтағы ҡыштар!...Әсәһе лә ҡышҡы төндәрҙе яратты. Ҡиссаларҙы ул да тыңлай ине. Атай менән бергә тышҡа сыға ла: "Һүрәткә һалырға ине был төндө," - тип инә. Йә: "Ай һыуҙай яҡты," - ти. Бисмиллаһын әйтеп, тәҙрә яҡтауына бысаҡ һөйәй ҙә ҡорғанын яртылаш аса. Их, ул саҡтағы ҡышҡы төндәр...... Әминәләр ҙурая барған һайын, әсәйҙең ауыр аяҡлы саҡтары йышайған һайын, әкиәттәрҙе һирәгерәк һөйләй башланылар. Әкиәтсе менән ҡиссасыны донъя мәшәҡәттәре баҫа барҙы. Әминә бала аҡылы менән булһа ла, замананың да, улар йәшәгән тормоштоң да матур итеп һөйләнгән тылсымлы әкиәттәрҙән ай-һай алыҫ икәнен барған һайын нығыраҡ аңлай ине. Мәктәп китаптарындағы өй эсе лә, ашамлыҡтар ҙа, өҫ - баштар ҙа, шат, көләс йөҙлө балалар ҙа Әминәләрҙең дә, ауыл кешеләренең дә йәшәүенән бик ныҡ айырыла икән."Шоңҡар булып остоҡ урмандағы бөтә һуҡмаҡ, бөтә аранан" - тип ҡабатларға яратҡан атаһы ла ерҙән йөрөй икән. Ябығып та киткән үҙе. Өйҙә лә ниндәйҙер ауыр шом тоя Әминә.Етмәһә, Хәжирә инәһенең ҡайһы саҡтарҙа һығылып илаған әсәһен йыуатып:- Нимә булды ул һеҙгә? Күсеп килгән саҡта ҡандай кешеләр инегеҙ. Әллә тел - теш баҫтымы икән? - тип аптырауы Әминәне хафаға һала.- Бар яраштыра, юҡ талаштыра шул, - тигәндәрен дә аңлап етмәй. Юҡ сағы күберәк була башланы атайҙың ошо ҡиссаһынан һуң:- ... Бербөртөктө бер иблес бисә үҙенең урынына һатыусы итеп ҡуйған. Һин гырамытный, донъя күргән, яу үткән егетһең, тип маҡтап - хуплап, албырғатҡан. Бер айҙан Эрвезийә тигән кеше килеп, Бербөртөктөң елкәһенә растрат тигән нәмәне сығарып һалған. Бөтә халыҡ шаулашҡан, тик бер нисек тә ярҙам итә алмағандар. Бербөртөктө зинданға бикләргә теләгәндәр, тик халыҡ ирек бирмәгән, сөнки ғәйеп теге бисәлә булған, ти.Ололарҙан ишеткәндәрен Әминә хәҙер үҙе Бербөртөк ҡиссаһы, тип кистән - кис бәләкәстәргә һөйләй.Әсәһенең:- Әҙәм страмы бит! Дасаты ни тора, ғәрҙеге!, - тигән һүҙҙәрен аңламағас, ҡиссаға ҡушмай.Юҡ талаштыра икән шул. Талашып та алалар ине. Тик бер - береһенә ғәйеп ташламанылар. Ҡиссалағы растрат өсөн тормошта оҙаҡ түләнде атаһы. Тотоп алып ҡалынғандан һуң өйгә күпме генә аҡса менән ҡайтҡандыр атаһы, әсәһенең ҡалайтабыҙ инде, тип көйәләнгәне әле лә хәтерендә.-Алты бала, һигеҙ ауыҙ бит, нимә еткермәк кәрәк...Атаһының йыш ҡабатлай башлаған:- Әйтсе бурыл, ә һуң йәшәр өсөнҠайһы һуҡмаҡ менән баралар? - тигәнен бер кис көтөп кенә торғадыр әсәһе.- Тубырсыҡтың аҡсаһы шәп, тиҙәр бит... - тине.Урман ҡырҡҡан арала тубырсыҡ йыйып тапшырған аҡсаға 70 килолыҡ бер ток он, сәй - шәкәр, һабын - тоҙ алған көн матур байрам булып күңеленә уйылып ҡалды Әминәнең.Икенсе йылдың ҡышҡы каникулында да Әминә менән ағаһы ике тоҡ ҡарағай тубырсығы йыйып, ун һигеҙ һум аҡса эшләнеләр. Уба - туба нәмә алдылар. Әсәһенең ҡыуаныуҙарыы-ы.- Беҙ ҙә ошолайтып байығып китербеҙ әле, ивит, әсәй?- Инде бирешмәҫбеҙ Алла бойорһа, бәпәйҙәрем эшкинеп килә бит. Мин дә йөрөр инем дә, мынау өйҙәге йәнле тубырсыҡтарҙы ҡайҙа итәһең.Эштән бушаған арала атаһы тыранса ярып ""осора" (Рәжәп ағай шулай тине) башланы ялан яғына. Ялан яғынан ем килә ине тоҡ менән. Тауыҡ - ҡаҙға ла тамаҡ кәрәк бит. Тырансаның осҡанын күрә алмаһа ла, атаһының тыранса ярғанын ҡарап торорға ярата Әминә.Сухәләк ҡарағай бүрәнәгә балта осо менән тәүҙә юл һалып сыға атаһы. Шунан шына ҡатып сыға. Шунан балта осо менән шаҡара - шаҡара китә бүрәнә буйлап. Ул алып ташлаған шыналарҙы Әминә бер урынға өйә. Ә йоҡа ғына тырансалар шытыыыр - шыты-ыр итеп бүрәнә олононан айырыла бара, айырыла бара...Үҙе бер ҡисса инде! Бындай һүрәт мәктәп китаптарында юҡ. Сайыр еҫтәре сығарып, дыңғылдап торған йоҡа ғына таҡталарҙың һүрәтен кем эшләй алһын?Атаһынан башҡа?Йырып барып сыҡтылар атаһының елкәһенә сығарылған растрат тигән һынауҙы. Еңел тын алып ҡалдылар. Атайҙың һыны турайҙы, әсәйҙең йөҙө алһыуланды. Шулай ҙа күмәккә күп кәрәк шул...Атаһы бер көндө: "Әйтсе, бурыл," - тип һүҙ башлап та өлгәрмәне, әсәһе:- Ҡулың эш белмәгән кеше кеүек, аптыранып ултырма сәле, - тине.Шунан китте атаһының эштән бушаған саҡтарында башҡарған тағы бер кәсебе. Аҡлы - ҡаралы кәртишкәләрҙәге кешеләрҙе матур - матур кейемдәр кейҙереп, үҙҙәрен йәшәртеп, һылыулап, кәртинкә итә ине атаһы. Йоҡа одеялдарҙы шау сәскәле "ковер"ҙарға әйләндерҙе, тәбиғәтте төшөрҙө. Клубтарға әллә күпме картиналар эшләне. "Худыжник" тигән сәйер исем таҡтылар атаһына.Тик Әминәләрҙең үҙҙәрендә генә бер нәмә лә булманы.- Ҡайҙан алдым, ҡайҙа ҡуяйым тигән генә кыраскыларыңды үҙебеҙгә әрәм итмә инде. Эшләрһең әле байыҡҡандың иртәгеһенә, - ти торғайны әсәһе.Ленинград тигән бер ҡалала худыжниктар уҡый торған ер бар икән. Атаһы шуның әҙрисен гәзиттән күреп ҡалып, һүрәттәр эшләп ебәргән. Атаһын эй саҡырҙылар шунда, эй ебәрҙеләр саҡырыу ҡағыҙҙарын, эй ебәрҙеләр.Асып уҡый алманы атаһы ҡиссаһының был биттәрен.Әскелтем генә еҫле һыҡмалы буяуҙарҙың исемдәрен уҡый ҙа башҡортсаһын һорай Әминә. Бында ла ҡыҙыҡай атаһының эргәһендә.- Атай, аквамарин ниндәй төҫ була ул? Ә ультрамарин? Лазурь нисек була? Аҡ кыраскыңа ништәп белила тип яҙғандар?Атаһы яуап бирмәй. Ауыҙы буш түгел. Ул һүрәттәрен шиғыр һөйләй - һәйләй төшөрә. Буяуҙарын баш бармағына элеп, аҫтынан дүрт бармағына ултыртып тотҡан фанир таҡтаһына һығып һалғанда ла, бутай - бутай картинаһына һөрткәндә лә, ситкәрәк китеп, ҡарап торғанында ла һөйләй.. Оҙон шиғырҙар пайыма тип атала икән, пайыманы ятҡа һөйләй.- Урман.Урмандарҙа ҡараҡ йөрөй.Урман.Урмандарҙа бысаҡ бар.Бер үҙе генәме?Әхмәт ундаБер һыҙғырһа, дүрт - биш дуҫ таба...Атаһын тыңларға ярата Әминә. Пайымалағы Әхмәт ҡараҡ тас уның атаһы һымаҡ һылыуҙыр, көслөлөр, батырҙыр. Исеме лә атаһыныҡы һымаҡ бит хатта. Дыуамаллығы ла барҙыр. Аптыранып киткән саҡтары, үкенгән мәлдәре лә.Әминәгә атаһы был ергә серле ҡиссаларҙан ебәрелгән, шоңҡар тигән ҡош булып осоп йөрөгән - йөрөгән дә ергә килеп төшкәндер һымаҡ тойола. Уның атаһы ошо урам, хатта ошо ауыл ирҙәренән бер башҡа ҡалҡыуыраҡ, йөрөгән юлы бер ярға бейегерәк ҡылған эштәре өҫтөнөрәк кеүек. Уның әхирәттәренең береһенең дә атаһы ут сәсрәтеп бейемәй, ҡурай уйнамай, гармунда һыҙҙырмай, һүрәт төшөрмәй, шиғыр һөйләмәй, урыҫсаны һыу кеүек эсмәй, урыҫса ҡалын - ҡалын китап уҡымай! Какуй урыҫса, башҡортса китапты тотоп та ҡарамай күбеһе. Яуҙа йөрөп ҡайтҡандары ла һирәк. Юҡ, уларҙың атайҙары ла шәп, тик Әминәнең генә атаһы хыяллы, ҡанатлы.- Шауҡымлы, - ти торғайны әсәһе.Башҡаларҙан бер башҡа ҡалҡыуыраҡ булғанғалыр, күрәһең, заманаһының хәмер зәхмәте нығыра ҡағылды шикелле атаһына. Был зәхмәт зиндан ише генә түгел ине. Атаһына ҡыбырлай алмаҫлыҡ итеп бығау һалды. Ғорур башын эйҙерҙе, теҙ сүктерҙе, күҙҙәрен бәйләне, аңын томаланы.. "Аҡ шоңҡарҙар булып османыҡмы бөтә һуҡмаҡ, бөтә аранан? " - тип һөйләй башлаһа ғына, телен көрмәлдерҙе. Бер кем дә, бер нәмә лә кәрәкмәй ине атаһына. Донъянан ваз кистерҙе хәмер зәхмәте.Аҙағынан ауырый ине оҙаҡ итеп. Түшен түшәп йөҙтүбән ята ла, ашамай - эсмәй, һөйләшмәй, ыңранмай тик ята көндәр буйы.- Ятаһың инде мына йәнеңде ҡыйнап... Кешене үҙ ғүмерендә өс хәтәре аңдып торор, ти. Һуғышты әйтмәйем, ул ил өҫтөнә килгән афәт. Унан тере ҡайтыуың үҙе бәхет. Ә Фрунзела йәшәгәндә? Беҙҙе ҡотҡарам, тип утта ҡалып, тере сыҡтың. Унда бер үлемдән ҡалдың. Ә Инйәрҙә һуң? Сплавта йөрөгәндә, һалығыҙ таралып һыу аҫтында, һал аҫтында ҡалып та балалар бәхетенә имен ҡалдың. Ә был хәтәрең башыңа сығыр инде...Әсәһе тороп китһә, Әминә тубыҡланып ултырып ала атаһының эргәһенә.- Атай, һин дөрөҫ йәшәмәйһең. Улайтып йәшәйме кеше? "Ҡайһы ҡара йылан саҡты һине, Әминәм, Әминәм," - тип йырҙама бүтән, белдеңме? Тантый - тантый йырҙап ҡайтып килә ята бит әле. Дасаты ни тора, ғәрҙеге! Һин былай ғына кеше түгел бит атай! Һин... һин аҡ шоңҡарһың бит, атай! Эсмә, атай. Үләһең бит улайтһаң. Эсһәң дә белеп эс... Йәме, атай...Ҡыҙыҡай атаһының сәстәрен һыйпай. Атаһы һиҙелер - һиҙелмәҫ кенә баш ҡаға.Йөҙтүбән ятҡан атаһы эргәһендә тубыҡланып ултырған бәләкәй ҡыҙ төшөрөлгән картина иң сағыу, юйылмай торған буяуҙар менән эшләнгәндер - уңмай ҙа, онотолмай ҙа. .Әминәнең күңеленең иң түрендә эленеп тора ул.Ә Атай менән Әсәй икеһе лә Әкиәт илендә хәҙер. Етәкләшеп кенә шау сәскәле йәп - йәшел туғайҙа гел бергә генә йөрөйҙәр, ти. Күргәндәр, күреүселәр бар.Таңһылыу Ҡарасурина.
Читайте нас: