ЗифаЗифа сәғәт шылтырамаҫ борон уҡ йылмайып уянды. Ҡулдарын бөткәнсе өҫкә һуҙып, һөйәктәрен шытырлатып кирелде лә, иркә бесәй балаһылай, яңынан юрған аҫтына сумды. Кисә генә бөтөн донъяла унан бәхетһеҙ кеше юҡ кеүек ине лә баһа! Тирә-яғы ҡотһоҙ, төҫһөҙ ине, уҡыуының да кәрәге юҡ һымаҡ. Сөнки уның оҡшатып йөрөгән Шәфҡәте уға һыңар күҙен дә һалмаған була, маҡтансыҡ! Зифа матур ирендәрен ослайтып ҡуйҙы, ҡаштары йыйырылды, күҙендәге осҡондар тынып ҡалды, әйтерһең, Шәфҡәт уның үпкәләгәнен күреп тора. Әммә бер минуттан күҙҙәре яңынан янды, ирендәре үҙенән-үҙе йырылды. Ҡыҙ һикереп тороп уҡ ултырҙы. Юҡ, улай тиҙ генә еңелмәйәсәк Зифа, мөхәббәте өсөн көрәшәсәк! Бөгөн төшөнә лә юҡҡа ғына инмәгәндер бит? Йөрәккә үтерлек йылмайыуы, һаҡ ҡына ҡосаҡлауы, битенән үбеп алыуы... Әйтерһең, төш түгел, ә өндә был. Аҙаҡ, әлбиттә, Шәфҡәте ҡулдарын һонған килеш артҡа китеп юғалды, әммә әлеге ваҡытта уныһы мөһим түгел.Бөгөн уларҙың бүлмәһе менән Флүрҙәр бүлмәһе егеттәре походҡа бара. Дөрөҫөрәге, Хәлит менән Флүр генә. Фидандары йома көнө ауылына ҡайтып китте. Уның урынына Флүр үҙенең яҡын дуҫы Шәфҡәтте саҡырған. Тимәк, күҙ һалған егетенең йөрәген тап шунда, тәбиғәт ҡосағында яулаясаҡ. Шунан да уңайлы мәлдең булыуы мөмкинме? Зифаның йөрәге ниндәйҙер мөғжизә көтөп дарҫлап типте. Осрашыу минуттарын, бергә үтәһе юлды күҙ алдына килтереп, күңеле ашҡынды, тулҡынланды. Тик Флүр генә ҡамасаулап ҡуймаһа... Һуңғы арала үҙенә ҡарата ниндәйҙер мәғәнә менән ҡарауын һиҙә ҡыҙ. Һөйләгән хәбәре лә киләсәк, икәү бер районда эшләү тирәһендә. Зифа уның ым-ишараларын аңламағанға һалыша. Нисәмә йыл бүлмәләр менән дуҫлашып, икмәген дә, тоҙон да бүлешкән дуҫының әле килеп хистәрен белдерә башлауын бик аңлап та етмәй. Унан, Зифаның уй-хыялдары бөтөнләй икенсе кеше тураһында.Зифа ҡыҙҙарҙы уятмаҫҡа була, шым ғына тороп, аяҡ остарында ғына йөрөп сәй ҡуйҙы, йыуынып килде. Бөгөн ял булғас, коридор тып-тын. Экзамендар тамамланып, студенттар ауылдарына таралыша башлауға бөтөнләй бушап ҡалыр инде. Зифалар бына-бына диплом алырға тора. Унан төрлөһө-төрлө яҡҡа таралышасаҡ. Шул турала уйлаһа, ҡыҙ моңһоуланып китә. Биш йыл эсендә группалаштары туған кеүек булып бөткәндәр икән. Был поход тураһында Флүр ҡайһылай яҡшы уйлап тапҡан әле! “Бер көн эсендә башҡа артыҡ белем инмәҫ, дәүләт имтихандары алдынан, киреһенсә, башты ял иттереп, тәбиғәттә йөрөп әйләнәйек”, – тип өҙмәне лә ҡуйманы. Шәфҡәтте саҡырыуы бигерәк шәп. Ул ҡала малайы, етмәһә икенсе бүлектә уҡый. Байрамдарҙа һирәк-һаяҡ осрашҡандары бар, әммә быға тиклем Зифа уға әллә ни иғтибар итмәгәнсе... Икәүҙән-икәү ҡалып, асылып һөйләшкәндәре лә юҡ. Походҡа уның да барыуын Зифа үҙенең бәхетенә юраны, бер нәмә лә буштан ғына булмай бит ул.Ҡыҙҙың уға ныҡлап күҙ һалыуына күп түгел. Ғәҙәттә, беренсе курста матурлыҡҡа ҡыҙығаһың. Бөтөн нәмә яҡшы, саф һинең өсөн. Аҙаҡ инде, башыңа аҡыл ултыра башлағас, тормош тураһында ныҡлабыраҡ уйлана башлайһың, төбөнә төшөргә тырышаһың икән ул. “Ҡалала фатиры, машинаһы булған, ата-әсәһе хәлле кешене һайлап, кейәүгә сығыу яйын ҡайғырт!” – тип әсәһе ҡасанан бирле тыҡый. Тәүҙә уның һүҙҙәренә әллә ни әһәмиәт бирмәһә лә, аҙаҡ был турала үҙе лә уйлай, егеттәрҙе икенсе күҙлектән баһалай башлаған түгелме? Әле күңеле Шәфҡәттә туҡталды. Шәп кандидатура ла баһа! Төҫкә-башҡа ла ярайһы ғына, иң мөһиме – Өфөлә йәшәй. Кейенеүенә ҡарағанда, ата-әсәһе лә хәлле. Фатирын алырға ярҙам итерҙәр ине әле. Ҡыҙҙың ауылға эшкә бөтөнләй ҡайтҡыһы килмәй. Бигерәк тә ошо уй Шәфҡәткә күҙ һалырға, ҡылын сиртеп ҡарарға этәрә уны. Тәүге йылдарҙа Флүрҙе оҡшатып йөрөгәйне ҡыҙ, әммә уға булған янып-көйөүҙәре оҙаҡҡа һуҙылмай ғына үтеп тә китте. Флүр ер кешеһе, уны ауыл тартасаҡ, ҡалала ҡалырға риза булмаясаҡ.Зифаның башына уй артынан уй килде. Күҙ алдына әле Флүр баҫты, әле – Шәфҡәт. Икеһе араһында башы ҡайнай башлағас, уйҙарынан ҡасырға теләгәндәй, урынынан тора һалды, көҙгө алдына килеп баҫты.Ҡыҙыҡай оҙон һары сәстәрен арттан заколка менән эләктереп ҡуйҙы. Башҡорттар ҡара сәсле, ҡара күҙле була тигәндәре төптө дөрөҫ түгел. Зифаның ата-бабалары ла башҡорт, белеүенсә, бүтән төрлө милләт ҡаны ҡушылмаған уларға. Күҙе лә ҡара түгел. Үҙе “хамелеон” тип көлөргә ярата. Сөнки бер ҡараһаң – йәшел, икенсе ҡарауға – диңгеҙ төҫө, һоро, зәңгәр ҙә булып китә. Күрәһең, кәйефенә ҡарап үҙгәрә. Буйға әллә ни оҙон булмаһа ла һығылмалы, төҙ булыуы менән күп ҡыҙҙарҙы көнләштерә. Йыбанмайынса ике йыл аэробикаға йөрөй ул. Күмәк кенә яҙылғайнылар ҙа, түҙемлектәре оҙаҡҡа етмәне, төшөп ҡалып бөттөләр. Уның өсөн ихтыяр көсө кәрәк шул, үҙеңде еңергә өйрәнергә кәрәк. Бүлмәләш ҡыҙҙары Миләүшә менән Фирүзәнең дә белгәндәре йоҡо. Уятмаһаң, бөгөн дә төш ауғансы йоҡо һимертәсәктәр. Донъяға төрлө кешенең ҡарашы төрлөсә. Ҡайһы берәүҙәр, йәшлектең ҡәҙерен белеп ҡалыр кәрәк тип, бына шулай Миләүшәләр кеүек йоҡлап йә кәйеф-сафа ҡороп үткәрһә, Зифа был тәңгәлдә икенсерәк уйлай. Үҙ мәлеңде ҡулыңдан ысҡындырҙыңмы, аҙаҡ ҡыуып етермен тимә. Шуға күрә үҙенә ҡарата талапты ҡаты ҡуйырға, бөтөн нәмәне алдан уҡ ете ҡат үлсәп башҡарырға тырыша. Бына әле алдында бойомға ашмаҫтай хыял тора. Барыһын да әлеге поход хәл итер кеүек. Шәфҡәтте ҡарата алырмы? Фирүзә әйләнгән һайын: “Оҡшаймы? Шулай булғас, бар ҙа тойғоларыңды үҙең белдер! Атаң башы ҡарап һуҙылып йөрөйһөңмө? Их, үҙем булһаммы?!” – тип әрләп ала уны. Фирүзә дөрөҫ әйтә, хәҙер күп ҡыҙҙар егеттәр артынан үҙҙәре саба. Тегеләре лә шуға һалышып бара ахырыһы, әллә нәмә көтөп тик йөрөйҙәр. Ә Зифа әллә ниңә үҙе башлап был турала һүҙ ҡуҙғатырға уңайһыҙлана. Әҙәм көлкөһөнә тороп ҡалһа. Бүтән егет булһа, бәлки, тәүәккәлләп тә ҡарар ине, әммә Шәфҡәт алдында ни эшләптер баҙай ҙа төшә. Быуындары ҡалтырап, аяҡтары тотмаҫ булып китә хатта. Әллә мөхәббәт тигәндәре шулай буламы икән? Әллә тегеһе күҙ һалмағанға шулай килеп сыҡтымы? Зифаның бындай серле егет менән тәүләп осрашыуы бит. Ошоға тиклем егет ҡарата алмай аптыранып йөрөмәй торғайны лаһа. Бүтәндәргә оҡшамаған ул. Йомаҡ кеүек. Зифа уны яҡшылап аңлап та бөтә алмай. Ҡайһы берҙә теле телгә йоҡмай. Флүрҙәр менән кис ултырырға инһәләр, тик уның ауыҙына ҡарап ултыра ҡыҙҙар. Гитараһын да тотоп инһә... Икенсе ваҡытта бер ни өндәшмәй, моңһоу ғына йылмайып, ситтән генә күҙәтеп тик ултырырға мөмкин. Өсөнсө тапҡыр ул шундай етди булып китә, аҡыллы һүҙҙәр һөйләп, тормош, донъя тураһында фәлсәфә һата. Үҙенең белмәгән нәмәһе юҡ, теләһә ниндәй темаға рәхәтләнеп һөйләшергә була. Фәһемле кәңәштәрен бирә. Бер яғы әйләрһә, һүҙ ҡушырға ла ҡурҡып тораһың. Бындай мәлдә инде ҙур ғына етәксегә оҡшап китә. Ә ҡайһы берҙә һөйләшмәй ултырыу ғына түгел, һине ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә, хатта йылмаймай ҙа. Буш ҡыуыҡ кеүек. Әммә ниндәйгә әйләнһә лә үҙенә килешә. Флүрҙән уның тураһында ситләтеп кенә һорашып ҡарағаны бар ҡыҙҙың, әммә уныһы ла артыҡ сиселеп бармай. Ятаҡта йәшәһә, күҙ алдында йөрөһә аңлауы еңелерәк булыр ине. Ара-тирә аралашып ҡына кешене әллә ни өйрәнеп булмай.Зифа битенә кремдар һөртөп, буянып-биҙәнеп алыуға бер сәғәтләп ваҡыт үтеп тә китте. Һигеҙ тулды тигәндә карауатына менеп баҫты ла:– Ҡыҙҙар, йоҡосолар, торорға! – тип көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә, һикереп төшөп, Миләүшәне сырылдата-сырылдата одеялын тартып алды. Ҡыҙыҡай юрғаны артынан шунда уҡ килеп тә торҙо. Фирүзә иһә ишетмәмеш тә белмәмеш булып ята бирҙе. Ҡыҙҙар улай үткәндә лә, былай үткәндә лә Фирүзәгә төртөп уҙҙы, әммә уныһы ҡымшанманы ла. Өйрәнеп бөткәндәр уның тиҫкәре холҡона. “Ярай, торма, йоҡла”, – тип, иғтибар ҙа итмәй йөрөһәң, күптән килеп торған булыр ине. Һин уға аҡ тиһең, ул һиңә аҡ икәнен белеп торһа ла, ҡара тип иҫбатлаясаҡ. Йә, бар тиһең, ә ул киреләнеп, бармай ултырып ҡала. Миләүшә йыуынып килеүгә Зифа сәй әҙерләне. Ҡыҙҙар табынға ултырғас ҡына:– Ниңә мине уятманығыҙ ул? – тип Фирүзә килеп торҙо.– Йә, ярай, барма ла ҡуй! – тип ирештерҙе уны Миләүшә. Ҡабаландыра башлаһаң, төштән дә алдараҡ сығып китә алмаясаҡтары көн кеүек асыҡ. Фирүзә бер ни өндәшмәй щетка, пасталарын алып, йыуынырға сығып йүгерҙе. Әллә йыуынды, әллә битен һыпырыу менән генә сикләнде, шунда уҡ урап та килде.– Минһеҙ генә китергә йыйынғайнығыҙмы? Килеп сыҡмаҫ! – тип өҫтәл артына килеп ултырҙы.– Ҡыҙҙар, – тип һүҙен башланы Зифа. – Мин бөгөн нисек булһа ла Шәфҡәтте ҡаратырға тейешмен! Ярҙам итегеҙ?..– Мин һине аңламайым, Зифа. Ошо һүҙҙәрҙе Миләүшә әйтһә – тағы бер хәл. Ә һин! ошо буй-һының! сибәрлегең! аҡылың менән кеше аптыратып ултыраһың! – Фирүзә һәр ваҡыттағыса етди ҡиәфәт менән уны орошорға тотондо. – Унан, Шәфҡәттең нимәһенә шул тиклем иҫең китте һуң һинең? Нимәһе менән арбаны? Бына тигән егеттәрҙе ҡарата ала инең дә баһа! Флүр уға ҡарағанда мең тапҡырға артығыраҡ!– Белмәйем ҡыҙҙар! Тик теләһәгеҙ нимә әйтегеҙ – ул миңә оҡшай! Ә Флүр... Ул минең өсөн бына һеҙҙең кеүек үк яҡын, яҡшы дуҫ.– Барыбер аңламайым, – тип баш сайҡауын белде Фирүзә. – Ҡасанан бирле шундай шәп, һыу һөлөгөндәй егет яратып йөрөй үҙен, ә ул “ыһ” та итмәй!– Кем ярата?– Флүр!– Флүр?! – Зифа ҡысҡырып көлөп ебәрҙе – Кит, әҙәм көлдөрөп ултырма! Ундай уйы булһа, быға тиклем һиҙер инем инде.– Һиҙмәйһең шул бына! Һуңғы арала күҙеңә Шәфҡәттән башҡа бер кем салынмай!Зифа бер ҡыҙып киткән әхирәтенә, бер тауыш-тынһыҙ ултырған Миләүшәгә ҡараны.– Ҡыҙҙар, һеҙ нимә? Миңә пушка терәп торһалар ҙа Флүрҙе ярата алмаясаҡмын. Ул бит миңә ағайым кеүек... Унан, ниңә шул хәтлем Флүр ҙә Флүр тип алып киттең әле?– Сөнки һинең өсөн, күҙеңде асырға теләгәндән әйтәм, күҙле бүкән! Флүр һиңә дуҫ булған кеүек, беҙгә лә шундай уҡ яҡын дуҫ. Ә Шәфҡәтте яҡшылап белмәйбеҙ ҙә.– Мине бала-сағаға һанайһығыҙ ахырыһы? – Зифа әхирәттәренә үпкәләп ҡараны.– Әлбиттә, һәр кем үҙ тормошон үҙенсә йәшәй, – тип һүҙгә ҡушылды Миләүшә. – Тик, ысынлап та, Флүр йәлке булып китә. Ярата бит ул һине! Был поход та һинең өсөн генә, һинең менән аңлашыу, үҙенең хис-тойғоларын белдереү өсөн уйланды. Һинең турала һөйләп, беҙҙең баштарҙы ҡатырып бөттө бит инде. Ә һин, ысынлап та, күҙле бүкән. Бөтөн нәмәне лә уйынға, шаярыуға бораһың да ҡуяһың.– Ҡуйығыҙ әле, юҡты һөйләп ултырмағыҙ кәйефте төшөрөп! Флүр минең яҡын дуҫым һәм бөттө! Ә кемде яратырға – уныһын үҙем һайлармын, уныһы – минең эш.Флүр насар егет түгел. Күп ҡыҙҙарҙың “ул” тип эстән генә һыҙып йөрөгәнен белә Зифа. Ҡулынан килмәгән эш юҡ. Армияла ла булып ҡайтҡан. Мыҡты кәүҙәле. Аҡыллы. Ярҙамсыл. Уның эргәһендә үҙеңде тыныс, ышаныслы тояһың. Шундай дуҫы булыуға һөйөнә ҡыҙ. Әммә ярата алмаясаҡ. Йөрәккә бойороп булмай тиҙәрме әле? Әле лә Шәфҡәт менән икеһен бергә йәнәш ҡуйып күҙ алдына баҫтырҙы. Юҡ, булмай... Уның шикләнеүе дөрөҫкә сығыуына йәне көйҙө. Иртәнге кәйефе бер аҙ һүрелде, ашҡыныуы ла баҫыла төштө. Был Флүргә Зифанан башҡа ҡыҙ бөткәндер! Ана, йыраҡ китергә лә кәрәкмәй, Фирүзә уның өсөн ҡасанан бирле ут йотоп йөрөй. Үҙенә тиң егетте таптым тип кенә йөрөгәндә... Ҡыҙҙары ла... һатлыҡ йәндәр! Ҡайһылай уны ғәйепләп ултырған булалар. Ниңә, улай булғас, быға тиклем бер ни өндәшмәгәндәр?Шулай ҙа:– Ҡыҙҙар, аңлайым, Флүр яҡындыр һеҙгә. Әммә мин яҡыныраҡтыр бит? Ярҙам итегеҙ инде, йәме? – тип әйтеп ҡуйыуҙы кәрәк тапты. Яуап итеп, Миләүшә менән Фирүзә мәғәнәле генә ҡарашып ҡуйҙылар.Зифа үҙенә уңыштар теләп, тупһа аша атланы. Ишектән сыҡҡас, яңынан инде:– Яңылыш һул аяҡ менән баҫтым, яңынан сығайым әле...– Һинең шул булыр инде, әбей-һәбей кеүек теләһә ниндәй ырымдарға ышанаһың да йөрөйһөң, – тип көлһә лә әхирәттәре, Зифа көҙгөгә ҡарап сәсен тарап, һыу эсеп, үҙе белгән доғаларҙы ҡабатлап, уң аяғы менән ашатланы:– Бына хәҙер хәйерле юл, исмаһам!Егеттәр уларҙы ятаҡ ишеге алдында көтәләр ине. Шәфҡәт тә килеп еткән.– Оҙаҡ йоҡлайһығыҙ, ҡыҙҙар! Кейәүҙәрегеҙ яратмаҫ бит үҙегеҙҙе, – Флүр бармаҡ янап, шаяртып ҡаршы алды. Зифаның, иртәнге хәбәрҙән һуң тыуған үпкәләүе бөтмәгәйне әле, уға тура ҡарамайынса ғына ауыҙ эсенән:– Ҡурҡма, был һәр хәлдә һиңә янамай, – тип мығырҙаны. Уны әхирәттәренән башҡа бер кем аңламаны. Хәлит шунда уҡ Миләүшәнең сумкаларын ҡулына алды, ҡыҙҙың үҙендә рюкзагы һәм бер пакет ҡына ҡалды. Зифа Шәфҡәткә ҡараны. Егеттең үҙенә килеренә шикләнмәй ине ул. Әммә... Ҡыҙҙың йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды: Шәфҡәт йылмайып Фирүзәгә ыңғайланы! Тегеһе лә ауыҙын йырып тора тағын. Зифаның асыуҙан бөтә эсе ҡайнаны.– Минең бер сумка ғына бит! Ана, Зифаныҡы ауыр, уныҡын ал!Уф!.. Ҡыҙ еңел тын алды. Рәхмәт тигәнде белдереп, Фирүзәгә ҡараны. Уныһы башын ситкә борҙо. Ул арала Зифа янына Флүр килеп баҫты.– Зифа, ысынлап та, сумкаң ауыр, бир күтәрешәйем.Ҡыҙ бер Шәфҡәткә, бер Флүргә, бер Миләүшә менән Фирүзәгә ҡараны. Үҙен был мәлдә донъялағы иң бәхетһеҙ, иң көсһөҙ кеше итеп тойҙо ул. Егет ҡыҙҙың сытырман тотҡан бармаҡтарын һаҡ ҡына айырып, сумкаһының бауын ҡулына алды. Зифаның йөрәге һыҙлап күнде, башын аҫҡа эйгән килеш арттарынан эйәрҙе. Бүтәндәрҙә уның ҡайғыһы юҡ, көлөшә-көлөшә хәбәр һөйләшеп, туҡталышҡа ҡарай атлайҙар. Флүр генә артына әйләнеп-әйләнеп ҡарап ала. Уның урынына Шәфҡәт шулай итһәсе! Иртән ҡайһылай бәхетле ине ул. Ниңә ҡапыл ғына кирегә әйләнде был донъяһы? Үҙен ситлеккә ябылған кеүек хис итте: ҡотолорға итә, ҡайҙа әйләнһә лә рәшәткә. Ишек бына ғына тора ла бит, асылмай... “Шәфҡәт, йә инде, әйләнеп кенә бер ҡарасы” тип инәлде эстән генә. Ә ул, арҡаһына рюкзак аҫып, ҡулына пакеттар тотоп, иркен баҫып атлай бирә. Аҙымдары киң, ышаныслы. Эргәһендә Флүр бара. Бөгөн айырыуса шәп кәйефле, дәртле күренә. Уға иң ауыр йөк тура килгәнгә генә ахырыһы, бер аҙ алға эйелгәндәй. Ара-тирә һөйләшеп алалар. Улар артынан Миләүшә менән Хәлит атлай. Фирүзә Зифа янына артҡа тороп ҡалды.– Йә, нимә кәйефең төштө? Бер кем бер нәмә әйтмәгән, холҡоңдо күрһәтеп барма инде. Бик теләһәң, иртән әйткән һүҙҙәремде кире алам. Беләһең дә баһа, миңә Флүр оҡшай. Уның һине яратыуы асыуымды килтерә. Мин бер ҙә үсегеп бармайым бит!Тураһын әйтһә Фирүзә генә әйтә алалыр. Әсе булып килеп тейә, әлбиттә, әммә һүҙҙәре хаҡ. Былай ярамай. Үсегеп барып бер кемде лә еңеп булмай. Алдағыһын Хоҙай ҡулына тапшырып, үҙен ҡулына алырға кәрәк. Сәйәхәткә яңы саҡ сыҡҡандар ғына бит әле. Ә ул инде донъя бөткәндәй ҡылана. Зифа тынысланыр өсөн бер нисә тапҡыр үпкәһен тултырып тын алды, унан яйлап ҡына сығарҙы. “Барыһы ла мин тигәнсә буласаҡ!” – тип ҡабатланы. Әйҙә, бөтәһе лә үҙ яйы менән барһын.Тәүҙә трамвай менән барҙылар, унан автобусҡа ултырып, ҡала ситенә елдерҙеләр. Зифаның урыны Флүр менән Шәфҡәттең ҡаршыһына тура килде. Ҡыҙ иртәнге үпкәһен онотҡайны инде. Шәфҡәтте үҙенә ҡаратыу теләге лә кәмене.– Ә ҡайҙа барабыҙ? – тип һорап ҡуйҙы Шәфҡәт.– Шәп урын беләм, күп ҡалманы, катер менән Ағиҙел аша сығырға ла, бер аҙ йәйәү барырға кәрәк. Һөйләп торам тағын, ул яҡтарҙы һин минән яҡшыраҡ беләһең инде...– Йылға аша? – Шәфҡәт ҡабатлап һораны. Үҙенең ҡобараһы осоп киткәндәй тойолдо. – Ә ниңә ул яҡҡа уҡ? Яҡында туҡталырлыҡ ерҙәр бөткәнме ни?– Бөтмәгән дә... Ҡаланан ситкәрәк китке килә. Бер кем күрмәһен, ҡамасауламаһын... Һин улай юҡҡа борсолма, беҙ бөтөнләй икенсе урында туҡталасаҡбыҙ бит.– Ә мин яҡындараҡ туҡталырға тәҡдим итәм! Был һеҙҙең ауылығыҙ түгел бит. – Ҡырыҫ ҡына яуапланы Шәфҡәт. – Әллә ниндәй матур урындарға алып бара алам мин һеҙҙе.Ә Зифаның йыраҡҡа-йыраҡҡа киткеһе килә. Ауыл балаһы булғанғамы, гел урман, йылға, тәбиғәт үҙенә тарта. Ҡала кешеләрен шул бәхеттән мәхрүм булыуҙары өсөн ысын күңеленән йәлләй ул.– Бәй, ҡаланан ялҡманыңмы ни? – тип аптырап һораны ҡыҙ. Тегеһе ыҡ-мыҡ итте, нимә тиергә белмәне ахырыһы.– Икенсе ерҙә туҡталып булмаясаҡ. Сөнки кисә мин әкиәттәге кеүек матур урын табып, яғырға әллә күпме утын әҙерләп ҡайттым. Унан, бөгөн ауыр булмаһын өсөн, араҡы-һыраларҙы, һауыт-һаба алып барып йәшереп киттем. Ҡурҡма, Шәфҡәт, барыһы ла яҡшы буласаҡ, ышан миңә!