29 апрель көнө брифинг үткәргәндә Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов хәбәр итте: лаборатор анализдар 4 Учалы кешеһенең COVID-19 инфекцияһын йоҡтороуҙарын раҫлаған . Һуңғы көндәрҙә үҙгәреш юҡ. Сирлеләрҙең береһе – стационарҙа, өсөһө (еңел форма менән) өйҙәрендә дауалана, ти.
“Дауахананан тыш” пневмония меән 26 яҡташыбыҙҙа, клиника күрһәткестәре һәм томография тикшереүе буйынса коронавирус булыуы шикләнә, шуға ла улар инфекция госпиталенә һалынған. Лаборататор анализдары һаманға тиклем әҙер түгел әле (Өфөгә ебәрелгәндәр). Госпиталь 70 койко-урныға иҫәпләнгән.
“Урал” санаторийы базаһында булдырылған изоляторҙа һаман да 3 кеше тотола. Сирләү билдәләре беленмәй, анализдары COVID-19 инфекцияһы булыуҙарын раҫламаған, ти.
-Байрам көндәрендә лә ҡурсаланыу ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ, үҙегеҙҙең генә түгел, яҡындарығыҙҙыңименлеге тураһында ла һүҙ бара бит! – тип мөрәжәғәт итте район халҡына Рөстәм Валериан улы.