Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 18:35

Араҡыға сикләү буласаҡмы?

Башҡортостанда 30 апрелдән 10 майға тиклем алкоголь һатыуҙы сикләргә йыйыныуҙары хаҡында хәбәрҙәр тарала башланы.

Башҡортостанда 30 апрелдән 10 майға тиклем алкоголь һатыуҙы сикләргә йыйыныуҙары хаҡында хәбәрҙәр тарала башланы. «Красное и Белое» селтәренең алкоголь магазиндары ишектәренә алдан һатып алырға тәҡдим ителгән иғландар эленә.
Сауҙа буйынса дәүләт комитетында был мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар.
«Алкоголь һатыуҙы сикләүгә норматив документтар юҡ. Дәүләт комитеты күрһәтмәһендә лә магазиндар байрамдарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләй тигән мәғлүмәт юҡ. Шәхси предприятие булараҡ, улар ошондай ҡағиҙәләр индерергә хоҡуҡлы», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Илһам Бикбулатов.
http://www.bashinform.ru/news/1445319-v-goskomtorgovli-bashkirii-prokommentirovali-soobshcheniya-ob-ogranichenii-prodazhi-alkogolya/
Читайте нас: