Астрономдар Чилиҙағы Аребсио обсерваторияһы ярҙамында 1998 OR2 атамаһы бирелгән астероидты фотоға төшөрөп ала. Әйтеүҙәренсә, 12 миллион километр алыҫлыҡтағы фотоһүрәттә объект битлек кейгәндәй күренә, уның сите ҡытыршы булыуы ошондай тәьҫир ҡалдыра. Астероид, әйтерһең дә, Ер шарын биләп алған коронавирустан һаҡлана.