Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 18:45

Икеһен бер ҡәбергә күмдек...

“Тимер ат”ым елдәй алға елдерә, юлдаштарымдың береһе етенсе төшөн күрә, икенсеһе кеҫә телефонына сумған, ә өсөнсөһө ҡолаҡсынды ҡолаҡтарына ҡыҫтырған да көй тыңлай. Ә минең тәбиғәттең хозурлығына иҫем киткән. Ҡарурман оло юлға ауып килгәндәй тойола, йылғалар ярҙарынан сығып тигәндәй аға, ауылдар аша үткәндә уларҙың төҙөклөгөнә күңел шатлана.

“Тимер ат”ым елдәй алға елдерә, юлдаштарымдың береһе етенсе төшөн күрә, икенсеһе кеҫә телефонына сумған, ә өсөнсөһө ҡолаҡсынды ҡолаҡтарына ҡыҫтырған да көй тыңлай. Ә минең тәбиғәттең хозурлығына иҫем киткән. Ҡарурман оло юлға ауып килгәндәй тойола, йылғалар ярҙарынан сығып тигәндәй аға, ауылдар аша үткәндә уларҙың төҙөклөгөнә күңел шатлана.
Бына шул ауылдарҙың береһендәге туҡталышта берәүҙең туҡтауымды һорап ҡул күтәреүе алыҫтан уҡ иғтибарымды йәлеп итте. Бер буш урын бар, тормозға баҫтым. Ошо арала туҡталҡаның янында ғына ҙур булмаған тимер рәшәткә, ниндәйҙер яҙыуҙар һәм фоторәсемдәр, сәскәләр күҙгә салынды.
– Һеҙ был ауылданмы? – тип яңы танышыма һораулы ҡарашымды ташланым.
– Эйе, әллә берәйһен беләһегеҙме? – тине ҡатын.
– Туҡталыш янында нимә ине ул? – тип төпсөшәм.
– Уны ишетеп тотош район күҙ йәшен түкте, бөтә ауыл йәштәрҙе һуңғы юлға оҙатырға килде...
Яңы юлдашым һүҙ ебен нисек башларға белмәй, ян-яғына ҡаранды ла һөйләй башланы.
...Филарет менән Анфисаның дуҫлығы мәктәп эскәмйәһенән башланған, һуңынан ул ҡайнар мөхәббәткә әүерелгән. X класта уҡып йөрөгән ҡыҙ егетте армияға оҙатып ҡалған. “Көтөрһөңмө? Кейәүгә сыҡмаҫһыңмы?” “Әлбиттә, күпме кәрәкһә, шунса ваҡыт көтөрмөн!” Йәштәрҙең яңғыҙ ҡайын төбөндә бер-береһенә биргән вәғәҙәһен күктәге серле ай менән балҡыған йондоҙҙар ғына ишеткән. Архангел ҡалаһы менән Имәнле ауылы араһында бер туҡтауһыҙ мөхәббәт хаттары яуған ғына.
Ил алдындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн һалдатты отпускыға ҡайтарғандар. Эй Анфисаның ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Атлап түгел, осоп ҡына йөрөгән. Ниңә ваҡыт шулай тиҙ үтә икән – егеткә ғәскәри часына китергә лә ваҡыт еткән.
– Ул көндө кисәгеләй хәтерләйем – көтмәгәндә ел сыҡты... – тине лә юлдашым тынып ҡалды. Көҙгөнән артҡа ҡарашымды һирптем, ҡулъяулығы менән бер туҡтауһыҙ сөбөрләп аҡҡан күҙ йәшен һөртә ине. Ул үҙен ҡулға алып һүҙен артабан дауам итте.
Анфисаның Филаретты автобус туҡталышына оҙатыуын тәҙрәһе урамға ҡарағандар – тәҙрәнән, ә бүтәндәр ҡапҡа алдына сығыңҡырап күҙәткән. Тиҙҙән район үҙәгенә автобус үтергә тейеш булған. Көслө ел, етмәһә, ямғыр ҡойоп яуа башлаған, йәшен йәшнәргә тотонған. Йәштәр ышыҡ урынға – туҡталышҡа саҡ инеп өлгөргән... Һәм күп тә үтмәгән ажғыр дауылға түҙмәгән бетондан төҙөлгән туҡталыш емерелеп, ҡыҙ менән егетте баҫып үлтергән...
– Бахырҙар... Бер-береһен ҡосаҡлап ҡына яталар ине, икеһен бер ҡәбергә күмдек...
Фото: master-x.com
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: