Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 18:30

Сирлеләр һаны арта

Башҡортостанда Covid-19 йоҡторғандар һаны 691 кеше тәшкил итә.

29 апрелгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда Covid-19 йоҡторғандар һаны 691 кеше тәшкил итә. Был уҙған тәүлеккә ҡарағанда 60 кешегә күберәк. Коронавирус буйынса яңы мәғлүмәттәр стопкоронавирус.рф сайтында баҫылған.
Дөйөм алғанда, һуңғы тәүлектә илдә 5 841 яңы коронавирус инфекцияһы теркәлгән, 1830 кеше һауыҡҡан.
Эпидемия башланғандан алып Рәсәйҙә сирлеләр һаны 99 399-ға еткән. Ошо осорҙа 972 кеше коронавирустан үлгән.
http://www.bashinform.ru/news/1445344-v-bashkirii-chislo-infitsirovannykh-covid-19-priblizilos-k-700/
Читайте нас: