Яйыҡ
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 15:25

Түҙер әмәл ҡалмағас...

Ҡала булһа ла, бер подъезда йәшәгән күршеләрҙең тормошо ус төбөндәгеләй бит ул. Үҙ-ара аралашмаған хәлдә лә, бер-береһе тураһында бар нәмәне белеп торалар.

Ҡала булһа ла, бер подъезда йәшәгән күршеләрҙең тормошо ус төбөндәгеләй бит ул. Үҙ-ара аралашмаған хәлдә лә, бер-береһе тураһында бар нәмәне белеп торалар.
Бер заман оҙаҡ йылдар йәшәгән Ғәлиә инәй үлеп, балалары уның фатирын һатырға ҡарар итте. Яңғыҙы шым ғына ғүмер иткән әбейҙең торлағын йәш пар Айгөл менән Ильяс һатып алды. Йәштәргә тәүге көндәрҙән иғтибар ҙур булды. Улар үҙҙәре лә алсаҡ, һәр кем менән күрешеп йөрөй башланы, өлкәндәргә ярҙам итеүҙән баш тартманы. Бәләкәй балаларҙы яраталар, һәр саҡ тәм-том менән һыйлайҙар.
Ғаиләнең бында йәшәүенә дүрт йыл үтте, тик уларҙың һаман балалары булманы. Айгөл бер күршеһенә һаулыҡтары менән проблема барлығы, шуға сабый таба алмауҙары тураһында һөйләгән. Күптәр уларҙы йәлләп ҡараны. Йәштәре лә әллә ҡасан утыҙҙы үтте бит инде.
Ә тағы бер йылдан был фатирҙан да бала тауыштары сыға башланы. Тик үҙҙәренеке түгел, ә балалар йортонан алыуҙары асыҡланды. Шуныһы һәйбәт, бәпестәре бәләкәй ине. Бөтәһе лә, улар малайҙы үҙенеке кеүек яратыр, тип көттө.
Тәүге йылдарҙа, ысынлап та, барыһы ла яҡшы кеүек ине. Артурҙы яраталар, матур итеп кейендерәләр, яҡшы уйынсыҡтар алып бирәләр ине. Улар йыш ҡына өсәүләшеп тышҡа йөрөргә сыҡты, бик бәхетле күренделәр. Әммә үҫә бара малай шуҡлана башланы. Йыш ҡына уның сәбәпһеҙгә илауы, ата-әсәһен һанға һуҡмауы, тыңламауы тойола башланы.
"Неврология йәһәтенән етешһеҙлектәре бар булып сыҡты. Бәләкәй сағында тойолмай ине, хәҙер барыһы ла ҡалҡты. Балалар баҡсаһында һуғыша, бөтәһен дә туҡмай. Тәрбиәселәре ни эшләтергә белмәй. Ялҡытты һәр ваҡыт уның өсөн һүҙ ишетеүе", – тине бер көн Айгөл.
Артур мәктәпкә барғас, проблемалар йәнә артты. Ул уҡырға теләмәне лә, һәләттәре лә юҡ ине. Көн һайын дәрестәрҙе өҙгән, тиҫтерҙәрен туҡмаған балаға ялыуҙар артты. Айгөл менән Ильястың да һөмһөрө ҡойолоп, кәйефһеҙ йөрөгән саҡтары күбәйҙе.
Ата-әсәнең түҙемлеге күпмегә етер тип үҙ-ара бышылдашҡан күршеләр бер көн бөтөнләй шаҡ ҡатты.
– Ишеттеңме, Айгөлдәр малайҙы кире балалар йортона тапшырған, – тине күршем.
– Нимә булған?
– Класташ ҡыҙын туҡмап, күҙен сығарған. Ул бала инвалид ҡалған. Барлыҡ ата-әсәләр уларға ябырылған. Түҙмәй, балалар йортона алып барғандар.
Йәш ғаилә лә, малай ҙа йәл. Өйҙә ниҙәр булғандыр, бер кем дә белмәй. Йәштәрҙең бала менән ихлас шөғөлләнеүе, уға тик яҡшы нимә генә бирергә теләгәне һәр кемгә күренә ине. Тик түҙемлектең дә сиге була шул, тип уларҙы аҡларға теләгәндәр күберәк булды.
Ә малайҙарын балалар йортона тапшырыуға бер ай ҙа үтмәне, Айгөлдөң ауырлы икәнлеге күренде...
Фото: rapsinews.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: