Башҡорт опера һәм балет театрының тегеү һәм бутафор цехтары хеҙмәткәрҙәре табиптар өсөн һаҡлағыс комбинезондар тегә.
Көнөнә театрҙа 80-гә яҡын комбинезон әҙерләйҙәр. Һуңынан улар Башҡортостандың дауалау учреждениеларына оҙатыла.
«Артистар һәм тамашасылар театрҙы, сәхнәне, спектаклдәрҙе һағынған арала опера театрының тегеү һәм бутафор цехтары батыр йөрәкле табиптарыбыҙға ярҙам итеү өсөн арымай-талмай эшләй – республика табиптарына бер тапҡыр кейә торған һаҡлағыс костюмдар тегеү өсөн көн һайын эшкә сыға», — тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1445453-v-bashkirskom-teatre-opery-i-baleta-shyut-zashchitnye-kombinezony-dlya-medikov/