Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2020, 12:45

Алты ноутбук-планшет өләшелде

Илсе, Рысай, Поляковка, Мулдаҡай, Наурыҙ, Миндәктә йәшәүсе уҡыусыларға электрон күстәнәстәр алып барылды.

Учалыла ла “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” акцияһы башланды. Мәғәнәһе - кемдең хәленән килә, балаларға гаджеттар алып биреүҙә булышлыҡ итә. Дистанциянан уҡытыу мәлендә был айырыуса актуаль. Эйе, һәр кемдә телефон, һәр өйҙә тиерлек компьютер барлығын бар, ләкин өйҙә уҡыусылар ишле икән, бер генә компьютер етмәй. Ә смартфонға ҡарағанда ноутбук менән эшләүе лә, уҡыуы ла еңелерәк. Һәм сәләмәтлекте һаҡлау тәңгәлендә отошлораҡ.
Яҡташыбыҙ, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова Учалы уҡыусыларына 6 ноутбук һәм планшет компьютерҙарын бүләк итеп ебәрҙе. Кисәнге, ҡурсаланыу ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтеп, Илсе, Рысай, Поляковка, Мулдаҡай, Наурыҙ, Миндәктә йәшәүсе уҡыусыларға электрон күстәнәстәр алып барылды.
Акция артабан да дауам итә.
-Икенсе партия компьютерҙар Өфөнән киләһе аҙнала ебәреләсәк, - тип белдерә Эльвира Ринат ҡыҙы, - Киң йәмәғәтселек тә сауаплы эшкә ҡушыла ала: өйҙә ҡулланмаған, өр-яңы булмаһа ла, төҙөк мәғлүмәт техникаһы бар икән, район мәғариф бүлеге аша һәр кем йәш быуынға һынауҙарҙы лайыҡлы үтеүҙә ярҙам итә ала.
Читайте нас: