Ғаиләбеҙ геройҙары Һуғыш... Бер кемде лә аямаған, миллион-миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, балаларҙы етем ҡалдырған ... Бөгөн һүҙем һуғыш юлын үткән, һынауҙарға бирешмәгән, көслө рухлы, ҡаты ихтыярлы, түҙемле һәм аҡыллы олатайҙарым хаҡында булыр... Минең олатайым Ғәйнетдин Рәсүл улы Рәсүлев Учалы районы Ҡәйепҡол ауылында 1922 йылда, Рәсүл һәм Сәмсиамал Мөхәмәтрәхимовтар ғаиләһендә донъяға килгән. Йәшләй етем ҡала һәм Белорет районында балалар йортонда тәрбиәләнә.Олатайымдың апаһы һәм өс ҡустыһы булған. 1942 йылда һуғышҡа алына. Сталинград ҡалаһын обороналауҙа ҡатнаша, 258 - се махсус мотоуҡсылар бригадаһында пулеметсы булып хеҙмәт итә. Олатайымдың иҫтәлегенән: "21 август ине, окопта йәшенеп ун икенсе көн ултырабыҙ. Ашарға юҡ, паек бирмәнеләр. Ҡыбырларға ла ярамай, хата, үләндәрҙе лә һелкетмәйбеҙ. Немецтар төн буйы прожекторҙар менән яҡтырта... Таң алдынан 100 "Катюша "нан залп булды. Шунан беҙҙең һөжүм башланды. Эргәмдән үҙебеҙҙең туғыҙ танкыны үткәргәс, бойороҡ бирҙеләр: пулеметтан ут асырға. Тотондом эшкә..." Ул тынып ҡалды ла, бер аҙ ултырғас: " Дәә, - тип һуҙып ҡуйҙы, - как ишәк эшләнек инде. Әнә шул август көнөндә битемә яра алдым инде мин..." Шул көндө уның йөҙөнә снарядтың ярсығы эләгә. Ауыр йәрәхәтләнгән олатайым окопта бер - нисә көн ята. Аңына килгәс, кеҫәһенән көҙгө ярсығы табып битен ҡарай... тик яңағы түшендә ятҡан була. Окоптан үҙенең әрме бәкеһенә таянып, саҡ шыуышып сыға. Бер – нисә тапҡыр аяғына баҫырға самалай, тик кире ҡолай. Санитарҙарҙы абайлап,ҡулын күтәрә.Олатайым менән булған барлыҡ һалдаттар ҙа һәләк була. Шулай олатайым госпиталгә эләгә. Госпиталдән госпиталгә күсеп, Ҡазандың 5870 - се госпиталендә өс йыл дауалана. Олатайымдың битен бик оҙаҡ төҙәтергә тырышалар, арҡаһынан тиреһен алып битенә ямайҙар. Ул егерменән ашыу операция үткәрә. Олатайым алтын ҡуллы, ҡыйыу докторҙарға ғүмер буйы рәхмәттәрен уҡыны. 1945 йылдың 1 майында олатайым тыуған ауылына ҡайта. Тик һуңынан тешен төҙәтергә госпиталгә кире барырға тейеш була. Ауылға ҡайтҡас емереклекте һәм аслыҡты күреп, кире барып та тормай. Колхозда эш башлай. 1951 йылда күрше ауылдан әсәһе Сәлихә менән генә йәшәгән Мәликә исемле ҡыҙҙы кәләш итеп ала. Олатайым менән өләсәйем 7 бала үҫтерәләр, 6 ҡыҙ һәм бер малай. Өләсәйем ҡаты ауырып ике йыл түшәктә ятҡандан һуң,1986 йылда донъя ҡуя. Бөйөк Ватан һуғышын үткән олатайым 82 – се йәшендә был донъянан китте. Хәҙерге көндә олатайым менән өләсәйемдең 16 ейән - ейәнсәре, 26 бүлә - бүләсәләре бар. Улар беҙҙе күрһәләр уларҙың бәхетенең сиге булмаҫ ине... Икенсе олатайым Фәтхетдин Фазлетдин улы Фазлетдинов 1908 йылда Учалы районы Ишмәкәй ауылында тыуған. Граждандар һуғышында атайҙары һәләк була. Бала саҡтары бик ауыр йылдарға тура килә. 1942 йылдың баштарында олатайым һуғышҡа алына. Ошо йылдың 12 авгусында Волоколамск ҡалаһы янында ҡаты яралана. Госпиталдәрҙә бер аҙ дауаланғас, 1944 йылдың апрелендә өйөнә ҡайтып йығыла. Медицина хеҙмәткәрҙәре килтерә, үҙе атлай алмай - бер аяғы бот төбөнән юҡ, икенсеһе лә ҡат - ҡат һыныуҙарҙан деформацияланған...Үтә хөрт ҡайтҡан олатайым ғаиләһендәге ҡарау - тәрбиә менән, һөт - ҡатыҡ эсеп ипләнә бара. Шыуышып булһа ла, йөрөргә тырыша. Күпмелер ваҡыттан эшкә лә тотона - тире эшкәртеп,йүгән - ҡамыт кеүек кәрәк - яраҡтар яһай. Сәс алырға ла әүәҫләнә - ауыр саҡтарҙа төрлө паразиттарҙан ҡотолоу өсөн уныһы ла ауылдаштары өсөн бик тә кәрәкле була. Аяҡ кейеме етешмәгән заманала тишек - тошоҡто йүнәтеп,ауылдаштарын ҡыуандырған. Йәй етһә, халыҡтың салғы, тырма,тәпкеләрен рәтләгән, салғыларын тапаған. 1950 йылдан алып бер нисә йыл рәттән колхоз аттарын, бейәләрен ҡарап, ғаиләһе менән Айын-ташта ята. Ҡымыҙ бешеү менән дә булалар. Колхоздан артҡанын олатайым, берәй көтөүсене алып,Тирлән ҡасабаһына һатырға алып барған.Был аҡсаны колхозсыларға таратҡан. Ауылға яҡын Марганец ҡаласығы булған. Олатайыма ундағы келәттәрҙәге ашлыҡҡа хужа булыу эше йөкмәтелә. Өйөндә лә бар эште башҡара. Утын да яра,йорт алдын да тап - таҙа тота. Ваҡыты менән яралары ныҡ һыҙлап яфаланған. Дарыуҙар булмаған. Тәүҙә сер бирмәгән... Дөрөҫлөктө яратҡан... Ҡайһы саҡ һуғыш дарыһын еҫкәмәгән түрәләр ҡатылыҡ күрһәтһә,йөрәге бик тә әрнегән... Дөйөм алғанда, шөкөр итә белгән. Илебеҙҙең саҡ ҡына күҙе асыла башлағас, олатайыма аяҡты алмаштырырлыҡ 3 тәгәрмәсле автомобиль, аҙаҡ " Запорожец " биргәндәр. Һуңынан -" Москвич ".Ауылда машина булмаған саҡ бит, ауылдаштарын, туғандарын йомоштары менән йөрөткән. Хөмәйрә Тайфур ҡыҙы менән алты бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.Тормоштоң ауырлыҡтарына ҡарамай һәр береһе үҙенең теләгән һөнәрен үҙләштереп, тормошта үҙ урынын тапҡан.Әлеге көндә олатайым менән өләсәйемдең ейән - ейәнсәрҙәре үҙҙәре олатай - өләсәй,бүлә - бүләсәрҙәре атай - әсәй булдылар. Тыныс йоҡлағыҙ, олатайҙар! Һеҙ ғаиләбеҙ ғорурлығы, беҙгә ғүмер биреүсе, тормоштоң ауырлыҡтарын еңеп беҙгә тыныс тормош бүләк итеүсе геройҙар! Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын, әсәләрҙең, балаларҙың күҙ йәштәре түгелмәһен!