Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Май 2020, 18:35

8 майға тиклем өлгөрөгөҙ

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы «Агростартап» программаһы гранттары буйынса конкурста ҡатнашыуға документтар ҡабул итә.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы «Агростартап» программаһы гранттары буйынса конкурста ҡатнашыуға документтар ҡабул итә.
Гранттар республика ҡаҙнаһынан крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына дәүләт ярҙамының башҡа йүнәлештәре буйынса ҡапланмаған сығымдарын өлөшләтә ҡаплауға бирелә. Ғаризалар ошо йылдың 27 апреленән 8 майына тиклем 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29. Документтарҙы Рәсәй почтаһы аша ебәрергә. Уларҙы тултырыу өлгөһө Ауыл хужалығы министрлығының сайтында бирелгән. Был эш, ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
"Башҡортостан".Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас: