Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Май 2020, 12:37

Беҙ улар менән ғорурланабыҙ

Фазулланын биш улы ла фронтҡа китә.

1880 йылда Рысай ауылында Фазулла Атаулла улы тыуған. Ул бик оҫта ҡуллы, тырыш, егәрле, мыҡты кәүҙәле булып үҫкән. Ауылда барыһына ла үрнәк шәхес булған. Ҡуйы ҡара мыйығы өсөн уны “Фазулла мыйыҡ” тип йөрөткәндәр. Ике хәләл ефете булған: Мәрфүғә һәм Камила. Улар икеһе лә, заманына ярашлы ныҡ белемле булғандар. Фазулла тундар, түбәтәйҙәр, итектәр тегер булған. Ул теккән йүгәндәре, эйәрҙәре менән тирә-яҡта дан тотҡан. Ауыда беренсе егет булған ул. Шуға ла уны күрә алмаусылар ҙа күп булған. 1932 йылда үҙ ҡапҡа алдында үлтереп киткәндәр. Һуғыш башланғас Фазулланын биш улын да фронтҡа алып китәләр. Иң оло улы Фазуллин Сәйфулла (1903) һуғыштан кире ҡайтмай. Өйҙә ҡатыны Хәдисә һәм 6 балаһы тороп ҡала. Ләкин ике балаһы бәләкәй саҡта үләләр. Хәдисә дүрт балаһын аяҡҡа баҫтырып һуңғы көндәренә тиклем иренә тоғро булып ҡала. Икенсе улы Фазуллин Ғәйфүлла (1909) һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Уның 4 балаһы тороп ҡала. Фазуллин Әкрәм һәм Фазуллин Фазылйән һуғыштан ҡатмайҙар Бишеһенән берәүһе генә, Фазуллин Ғәлимйән әйләнеп ҡайта. Оҙаҡламай бер улы (Тәлғәт), һәм ҡыҙы (Ғәлимә) тыуа. Ләкин үҙе һаулығы ҡаҡшап ҡайта һуғыштан, һәм йәштәй генә үлеп ҡала. Ҡайтмаһалар ҙа, уларҙы бер ҡасан да онотмайзар . Быуындан быуынға иҫкә алып һагынып һөйләйҙәр. Сөнки улар беҙ яҡшы йәшәһен тип һуғыш ҡырында ятып калғандар Шуға ла Сайфулланың барлыҡ балалары ла, Фазулла олаталары кеүек оҫта, егәрле булып донъя көтәләр. Минең ҡайным Жәүәт, Миңһылыу , Шәүкәт һәр береһенең балалары Рысай ауылына үрнәк булырҙай итеп йәшәйҙәр. Беренсе фотола һул яҡта Фазулла Атаулла уды Икенсе фотола Фазуллин Сайфулла Фазулла улы
Ләлә Заман ҡыҙы Фазуллина
Читайте нас: