Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2020, 12:10

Ҡайттылар

Башҡортостан тәүгеләрҙән булып Саха (Яҡут) республикаһындағы Чаяндин ятҡылығынан вахта менән эшләгәндәрҙе алып ҡайта башланы.Кисә “Магнитогорск” аэропортына Яҡут республикаһынан 200 вахтасы менән тәүге борт ҡайтты.

Башҡортостан тәүгеләрҙән булып Саха (Яҡут) республикаһындағы Чаяндин ятҡылығынан вахта менән эшләгәндәрҙе алып ҡайта башланы.
Бөгөн, 3 майҙа, “Магнитогорск” аэропортына Яҡут республикаһынан 200 вахтасы менән тәүге борт ҡайтты.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо Чаяндин ятҡылығы COVID-19 инфекцияһы таралыу сәбәпле сир усағына әүерелде. Башҡортостан - унда эшләгәндәрҙе тиҙ арала республикаға алып ҡайтырға риза булған Рәсәйҙә берҙән-бер төбәк. Бөгөн ҡайтҡан ирҙәрҙең бөтәһен дә Әбйәлил районында урынлашҡан шифаханаларҙың береһенә обсервацияға ебәргәндәр. Ике аҙналыҡ карантин һәм тикшереүҙән һуң улар үҙ ғаиләләренә ҡайтасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 апрелдә Саха (Яҡут) республикаһының Ленский районында вахтасылар митингка сыҡты, улар карантин талаптарына яуап бирмәгән йәшәү шарттарына ҡаршы ине. Социаль селтәрҙәр аша һәм былай ҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иттеләр. Вахтасылар коронавирусҡа бирелгән анализдары һөҙөмтәләрен ала алмауҙары, сирлеләр һәм һауҙар араһында айырыу булмауы (улар бөтәһе бергә бер ятаҡта йәшәй), шәхси яҡланыу саралары юҡлығы тураһында хәбәр итте. 30 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә уларҙы тиҙ арала өйҙәренә алып ҡайтыу кәрәклеге тураһында белдерҙе.
"Беҙ уларҙы уйлап та тормай ҡабул итәсәкбеҙ. Улар - беҙҙең ҡәрҙәштәр, республика кешеләре. Эйе, был бик ҙур эш. Улар араһында коронавирус менән зарарланғандар ҙа бар. Был беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһына ныҡлы көсөргәнеш буласаҡ", – тигәйне Радий Хәбиров.
“Бөгөн ҡайтҡан вахтасылар араһында температураһы булғандар юҡ. Кешеләр бик арыған, юлда оҙаҡ булып йонсоғандар, тик кәйефтәре бик шәп, ниһайәт, тыуған яғына ҡайта алыуҙарына шатланалар”, – тип тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлашты уларҙы ҡаршы алған республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов.
Эшселәрҙе ҡабул итеү бурысын Башҡортостан Башлығы үҙенең Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа йөкмәтте.
“Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, беҙ яҡташтарыбыҙҙы ҡабул иттек, улар вахта ысулы менән Саха (Яҡут) республикаһында эшләй. Раҫланған графикка ярашлы, алдағы өс көн дауамында 1000 кешенең ҡайтыуын ойошторабыҙ. Аҙна эсендә барлыҡ 1800 вахтасыны алып ҡайтып бөтөрбөҙ тип күҙаллайбыҙ. Уларҙы обсерваторҙарға урынлаштырасаҡтар. Унда яҡташтарыбыҙ ныҡлы медицина тикшереүе үтәсәк, даими медицина контроле аҫтында буласаҡ. Һәм 14 көндән ғаиләләре янына ҡайта аласаҡтар тип ышанабыҙ.
Саха (Яҡут) республикаһы етәксеһенең Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа беҙҙең граждандарҙы тиҙ арала эвакуациялау ҡарары өсөн рәхмәт әйткәнен беләм”, – тине Ринат Бәширов.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов та был эштә әүҙем ҡатнашҡан.
“Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса беҙ 400 кешене ҡабул итәбеҙ. Өйҙәренә Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан, Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларынан яҡташтарыбыҙ ҡайтты. Уларҙың барыһы ла ятҡылыҡта тест биргән һәм ул кире һөҙөмтә күрһәткән.
Аҙна эсендә беҙ "Роспотребнадзор" талаптарына ярашлы уларға йәшәү өсөн урын әҙерләнек. Уңайлы булһын өсөн душ кабиналары булған бүлмәләр, йылы аш ойошторҙоҡ. Бүлмәләрҙә телевизор, һыуытҡыс, сәйнүктәр бар. Обсерватор хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлеге тәьмин ителде. Яҡлау саралары һәм дарыуҙар етерлек кимәлдә алынған.
Вахтасы ирҙәрҙең яҡындарына мөрәжәғәт итәм: мин һеҙҙе бик яҡшы аңлайым, ныҡ күрешкегеҙ киләлер. Тик әле үҙеңде хәүефкә тарытырға кәрәкмәй. Түҙеп тороғоҙ. Үҙегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ. Ә һеҙҙең улдарығыҙ, ирҙәрегеҙ, ағайҙарығыҙ һәм атайҙарығыҙ тураһында беҙ хәстәрлек күрәбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”, – тине Илдар Нафиҡов.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: