Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 18:50

50 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытасаҡтар

Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре 50 йәшлек һәм унан өлкән граждандарҙы һөнәри уҡытыуға субсидиялар алыу өсөн предприятиеларҙан һәм ойошмаларҙан ғаризалар ҡабул итә башланы.

Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре 50 йәшлек һәм унан өлкән граждандарҙы һөнәри уҡытыуға субсидиялар алыу өсөн предприятиеларҙан һәм ойошмаларҙан ғаризалар ҡабул итә башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хеҙмәт министрлығынан.
Эш биреүселәргә субсидия Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Демография» милли проекты сиктәрендә тапшырыла.
Дәүләт (муниципаль) учреждениеларҙан тыш, шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик берәмектәр бюджет субсидияларына иҫәп тота ала.
Субсидиялар биреү тураһында тулы мәғлүмәтте республика Хеҙмәт министрлығы сайтында алырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1447134-v-bashkirii-nachalsya-priem-zayavok-na-poluchenie-subsidiy-na-obuchenie-rabotnikov-starshe-50-let/
Читайте нас: