Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 16:45

Бала тәҙрәнән ҡолап төшкән

Өфөнөң Гагарин урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙың береһендә биш йәшлек бала тәҙрәнән ҡолап төшә.

Өфөнөң Гагарин урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙың береһендә биш йәшлек бала тәҙрәнән ҡолап төшә. Был хаҡта көндөҙгә сәғәт алтынсы биш минутта ҡотҡарыусылар пультына хәбәр ителә.
Ваҡиға урынына “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте килә, табиптар тиҙ арала бәләгә тарыусыны дауаханаға алып бара. Бәхеткә күрә, ҡыҙыҡай иҫән. Фатирҙың беренсе ҡатта урынлашыуы ғына баланың тере ҡалыуына килтергән, ти табиптар. Ә бына бәләкәй ҡыҙыҡайҙың нисек тәҙрә төбөнә менеүен ата-әсәһе нимәгәлер әүрәп, күрмәй ҡала. Тәфтиш комитеты был хәл буйынса тикшереү башлаған.
Көндәр йылыныу менән, бигерәк тә үҙ-үҙеңде изоляциялау осоронда балалар тышты күҙәтеү өсөн тәҙрәгә яҡын килә, һөҙөмтәлә ундағы махсус селтәр генә уларҙың кәүҙәһен тотоп ҡала алмауы мөмкин, артабан күңелһеҙ хәлдең булыуын көт тә тор. Шуға күрә бәләкәй балаларҙы бүлмәлә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: