6 майға Башҡортостанда 1160 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 440 кеше стационарҙа дауалана. Уларҙың 292-һенең хәле ҡәнәғәтләнерлек, 114 пациенттың хәле уртаса ауырлыҡта, 34-е – ауыр хәлдә. Ауыр хәлдә булғандарҙың 18-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
36 процентында (417 кешелә) сирҙең билдәләре юҡ йәки ул еңел формала үтә.
Хәбәр ителеүенсә, уҙған тәүлектә 30 кеше һауыҡҡан. Бөтәһе 289 кеше сығарылған. Үткән тәүлектә COVID-19 диагнозлы пациенттарҙың үлеме хаҡында хәбәр ителмәй.
Шулай уҡ ведомствола һуңғы тәүлектә 24 пациенттың пневмония менән дауаханаларға һалыныуы, ошондай диагноз ҡуйылған һигеҙ кешенең һауығып сығыуы тураһында белдерҙеләр.
http://www.bashinform.ru/news/1447092-v-bashkirii-u-36-zarazhennykh-covid-19-infektsiya-protekaet-bessimptomno/