Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 16:30

Башҡортостанда тәүлек эсендә өс тәбиғәт янғыны сыҡҡан

Башҡортостан биләмәһендә тәүлек эсендә 25,4 гектар майҙанда өс тәбиғәт янғыны сыҡҡан (Йылайыр районы, Березовка – 6,1 гектар; Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол – 1,2 гектар; Учалы районы, Алтаныш станцияһы – 18,1 гектар).

Тәбиғәт янғындары һүндерелгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Быйыл янғын йәһәтенән хәүефле осор башланғандан алып 27,4 гектар майҙанда дүрт тәбиғәт янғыны сығанағы барлыҡҡа килгән (уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда – 48 сығанаҡ, 44 сығанаҡҡа аҙыраҡ).
Шаршамбы, 6 майҙа, Башҡортостан буйынса өсөнсө, урыны менән дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана. Дүртенсе класс Хәйбулла районында көтөлә.
30 апрелдән Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Ул 10 майға тиклем дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1446891-v-bashkirii-za-sutki-vozniklo-tri-ochaga-prirodnykh-pozharov
Читайте нас: