Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 16:25

«Өфө» аэропортына Яҡутстандан йәнә ике рейс менән вахтасылар ҡайтты

6 майҙа «Өфө» аэропорты «Яҡутстан» авиакомпанияһының SYL 9226 һәм SYL 9224 рейсын ҡаршы алды.

6 майҙа «Өфө» аэропорты «Яҡутстан» авиакомпанияһының SYL 9226 һәм SYL 9224 рейсын ҡаршы алды. Республикаға Чаянда ятҡылығынан 179 вахтасы ҡайтты.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре һауа судноһында термометрия үткәрҙе. Һуңынан бөтә пассажирҙар, терминалға үтмәйенсә, махсус әҙерләнгән автобустарҙа обсерваторға ебәрелде.
Рейстарҙы хеҙмәтләндергәндә «Өфө» аэропорты коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн бөтә хәүефһеҙлек сараларын күрҙе, тип хәбәр иттеләр матбуғат хеҙмәтенән.
Хеҙмәткәрҙәр шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителде. Республика дезинфекция үҙәге пассажирҙарҙың багажына, һауа судноларына дезинфекция үткәрҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1447052-v-aeroport-ufa-pribyli-eshchye-dva-reysa-s-vakhtovikami-iz-yakutii/
Читайте нас: