Яйыҡ
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 16:50

Их, сабыйҙар...

Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡалаһында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Өс айлыҡ сабыйҙы баш мейеһе йәрәхәттәре һәм мейеһенә ҡан һауыу менән ҡала дауаханаһына алып баралар.

Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡалаһында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Өс айлыҡ сабыйҙы баш мейеһе йәрәхәттәре һәм мейеһенә ҡан һауыу менән ҡала дауаханаһына алып баралар. UfacityNews.ru баҫмаһы хәбәр итеүенсә, бәпесте өлкән ағаһы ҡыҫҡан.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ваҡиға урынына барған. Асыҡланыуынса, өс йәшлек малай бәләкәй ҡустыһы өҫтөнә ҡолап төшә. Был ваҡытта бәпес карауатында ятҡан, ә ағаһы янында ултырғыста ултырған. Тик ниндәйҙер мәлдә ул бәүелеп киткән һәм бала өҫтөнә ҡолаған.
Сабый әле табиптар ҡарамағында. Уның хәле үтә ауыр тип баһалана. Табиптар бала ғүмерен ҡотҡарыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
Бәләкәй балаларҙы яңғыҙ ҡалдырыу бик хәүефле шул. Һәр ваҡыт яндарында булһаң да, ҡурҡыныс ваҡиға өсөн бер мәл етә. Ата-әсәгә иғтибарлыраҡ булыу зарур. Бәпескә иһә тиҙерәк һауығыуын теләйек.
Фото: givepaw.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в