Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 15:08

Һүҙ күтәрмәгәндәр, имеш....

Төндә шаулашалар, һуңынан киҫәтеүсене талайҙар

36 йәшлек яҡташыбыҙ йоҡлай алмай ҡаңғыра – күрше фатирҙа ныҡ шаулашалар. Булдыра алмай, яндарына инеп, төнгө ваҡытта тауышланырға ярамай, тип киҫәтә. Эсеп алған 32 һәм 35 йәшлек ирҙәр быға ныҡ ғәрләнәләр, төртипкә өндәүсене туҡмайҙар. Улай ғына ла түгел, фатирына инеп, 500 һум аҡса һәм смартфонын талап алалар.
Тәбиғи, бик тиҙ арала тотолдолар. РФ Енәйәт кодексының 161-се статьяһы буйынса (кеше талау) енәйәт эше ҡуҙғатылды, тип белдерә БР буйынса эске эштәр министрлығы.
Ҡурсаланыу осоронда ҡәҙимгенән дә тәртиплерәк булыр, күршеләр тураһында ла уйлай белер кәрәк, йәмәғәт!
Читайте нас: