Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 16:35

Өләсәйҙең ҡот осҡос иртәһе...

Баш ҡаланың Калинин районында йәшәгән 66 йәшлек ҡатын быйылғы 1 май иртәһен ғүмерендә лә онота алмаҫ инде...

Баш ҡаланың Калинин районында йәшәгән 66 йәшлек ҡатын быйылғы 1 май иртәһен ғүмерендә лә онота алмаҫ инде...
Ул таң менән алты айлыҡ ейәнсәренең үҙенең карауатындағы үле кәүҙәһенә юлыға. Баланың ата-әсәһе был ваҡытта өйҙә булмай. Өләсәй кеше уны ҡарап торам тип алып ҡалған була.
Урынға шунда уҡ табиптар саҡыртылһа ла, уларҙың ярҙамы өсөн бигерәк һуң була шул. Улар ни бары сабыйҙың үлемен теркәй.
“КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, баланың тәнендә көсләп үлтереү, туҡмау эҙҙәре табылмай. Суд-медицина экспертизаһы фажиғәнең аныҡ сәбәбен асыҡлаясаҡ. Моғайын, бында балаларҙың ҡапыл үлеү синдромылыр тигән фекер бар.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Сабыйҙарыбыҙ иҫән-һау булһын.
Фото: sm-news.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: